Йәшләй ҡоролған ғаилә яҡлауға мохтаж.
Замана атай-әсәйҙәренең бәлиғ булған балаларына: “Өйләнергә ашыҡма, ныҡлап аяғыңа баҫ”, “Кейәүгә сығырға ҡабаланма, тәүҙә уҡыуыңды бөт” тип теләгәнен йыш ишетергә тура килә. Эйе, һәр ата-әсә балаһының һөнәр алып, аяғына баҫҡандан һуң матур ғаилә ҡороп, бәхетле йәшәүен теләй. Әммә өлкәндәрҙең өгөт-нәсихәтенә ҡарамай, ҡайһы берәүҙәр үҫмерлек осоронан да сыҡмайынса парлы булырға ынтыла. Иртә никах тип бәлиғ булмаған егет һәм ҡыҙҙың ғаилә ҡороуы атала.
Был аҙымды яһарға ашығыуҙың сәбәптәре төрлөсә:
1. Ирек. Йәш кеше ата-әсә күҙәтеүенән сығып, үҙенсә йәшәргә, башҡаларға ҙурайғанын иҫбатларға тырыша. Тормош ҡороу үҫмер өсөн иреккә сығыу, үҙ тормошон нисек теләй, шулай ҡороу юлы булып күренә. Ғаиләһендә йылылыҡ һәм аңлау тапмаған, ата-әсәһенең иреш-талашына йыш шаһит булған балалар ҙа йәһәтерәк үҙ “оя”һын булдырыу, икенсе ысынбарлыҡҡа күсеү яғын ҡарай.
2. Ҡыҙыҡһыныу. Үҫмерҙәр өсөн никахҡа инеү уйын һымағыраҡ ҡабул ителә, улар уның етдилеге тураһында бөтөнләй уйламай. Был йәштә тышҡы зауыҡ нығырыҡ ҡыҙыҡтыра: туй тантанаһы, аҡ күлдәк, никах балдаҡтары сағылышында күптәр ғаилә тормошоноң көндәлек хеҙмәт икәнлеген аңлап та етмәй.
3. Мөхәббәт. Аңын һөйөү тойғолары томалаған йәштәрҙе йәшәргә урын булмауы ла, финанс ҡыйынлыҡтар ҙа ҡурҡытмай, улар менән “беҙ бергә барлыҡ кәртәләрҙе еңеп сығасаҡбыҙ” тигән ышаныс идара итә. Ата-әсәгә был осраҡта ысын тойғоларҙың юғалмауын, киреһенсә, йылдар дауамында нығыныуын аңлатырға тырышыр кәрәк.
4. Ауырға ҡалыу. Йәшләй ҡоролған никахтарҙың иң йыш осраған сәбәбе тап ошоға ҡайтып ҡала.
Бер ҡатындың һөйләгәндәренән:
“Ҡыҙым 16 йәшендә егетенән ауырға ҡалды. Ғаилә ҡоронда: “Яраһы сәскәһе ошолор, тыуыр йәнде ҡыймайыҡ”, – тип ҡарар иттек. Егеттең ата-әсәһе менән килешеп, никах уҡыттыҡ, йәштәр үҙаллы донъя көтһөн тип, ике яҡлап ярҙам итеп, фатир хаҡын түләп торҙоҡ. Тик балаларҙың бергә йәшәргә әллә теләге булманы, әллә ғаилә тормошона әҙер түгелдәр ине. Йыш ҡына тауыш ҡупты, кейәү дуҫ-иштәре менән кәйеф-сафа ҡорорға яратты, тапҡан аҡсаһын ғаиләһенә тотонманы тиерлек. Бала тыуғас, хәл тағы ла ҡатмарлашты, ҡыҙымдың да әхирәттәре менән осрашҡыһы, кеше араһында йөрөгөһө килә, тик ул өйҙә ултырырға мәжбүр. Баланы миңә ҡалдырыу, фатирға дуҫтарын йыйып, шау-шыулы табын ҡороу йышайҙы. Күршеләре хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеп, бер нисә тапҡыр акт төҙөттө, эш сабыйҙы ата-әсәһенән тартып алыуға яҡыная башланы. Ейәнемде балалар йортона ебәрмәү өсөн үҙемә алдым, оҙаҡ та тормай йәштәр айырылышып та ҡуйҙы.
Ҡыҙым техникум тамамлап, эшкә урынлашты. Улына ҡарата баштан нисек һалҡын булһа, әле лә шулай. Хәҙер ейәнемә 14 йәш, ул тулыһынса ирем менән минең ҡарамаҡта. Ҡыҙым 26 йәшендә икенсегә тормошҡа сыҡты, кейәү менән арыу ғына йәшәйҙәр, өс йәшлек ҡыҙҙары бар. Тик ейәнемдең әсә наҙын күрмәй үҫеүе, улар араһындағы һалҡын мөнәсәбәт күңелемде әрнетә…”
Билдәле булыуынса, 18 йәшкә тиклем ҡоролған никахтарҙың 20 проценты ғына һаҡлана. Бының сәбәптәре нимәлә икән? Психологтар түбәндәгеләрҙе билдәләй:
* Йәштәрҙең ғаилә тормошона физик һәм психологик йәһәттән әҙер булмауы. Үҫмерлек осорона хас мин-минлек бер-береңә юл ҡуйырға, үҙ-ара уртаҡ ҡарарға килергә ҡамасаулай, шул сәбәпле ғаиләлә йыш ҡына ғауға сыға. Бала тыуған осраҡта, 16-17 йәшлек күпселек ҡыҙ-егеттәрҙә әсәлек һәм атайлыҡ хистәре уянмай. Күптәре баланы “ҡамасау” тип ҡабул итә.
* Ғаиләне финанс яҡтан тәьмин итә алмау. Әлегә тейешле белеме, һөнәре булмаған йәштәр башлыса ата-әсәһе ҡарамағында, улар менән бергә йәшәргә мәжбүр. Бының ололарға ла оҡшап етмәүе бар. Йәшләй кейәүгә сыҡҡан бер ҡыҙҙың әсәһе әйтмешләй: “Элек ҡыҙымды ҡарарға кәрәк ине, хәҙер ике кеше беҙҙең елкәлә”.
* Белем алыу, күңелеңә ятҡан һөнәргә эйә булыу, карьера яһау йәһәтенән сикләнгәнлек. Ошо сәбәпле “заяға үткән йәшлек” өсөн бер-береңде ғәйепләү.
Әммә иртә ҡоролған никахтарҙың ыңғай яҡтары ла юҡ түгел. Беренсенән, йәшләй өйләнешкән парҙар бер-береһенә еңелерәк яраҡлаша ала. Был осорҙа холоҡ әле ҡәтғи һалынмаған, яратҡан кешең хаҡына ҡайһы бер ғәҙәттәрҙән баш тартып, бәғзеләрен үҙгәртеп була. Икенсенән, ғаилә ҡороу тигән етди аҙым йәштәрҙе үҙаллылыҡ, яуаплылыҡ тойорға өйрәтә. Был үҫмерҙе психологик яҡтан тиҙерәк өлкәнәйтә.
Нисек кенә булмаһын, иртә ҡоролған никахтарҙың оло быуын – атай-әсәй, ҡайны-ҡәйнә – тарафынан нығыраҡ яҡлауға, һаҡлауға мохтаж икәне бер кемгә лә сер түгел. 16-17 йәштә ысын һөйөү булмай тип инҡар итергә ашыҡмағыҙ. Ниндәйҙер сәбәп менән бәлиғ булмаған ике йәш кеше берләшкән икән, уларҙың ғаилә карабын тормош дауылдарынан ҡурсалау – һеҙҙең дә изге, мөҡәддәс бурысығыҙ, хөрмәтле атай-әсәйҙәр!