Башланған эш — бөткән эш03.10.2018
— Бынан бер йыл элек ошо урында ҡола ялан ине, — тип хәтерләй тәүге эш көндәрен “А-строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең участка начальнигы Азат Сәғиҙуллин. — Күреп тораһығыҙ, ҡалдыҡ һыуҙарҙы таҙартыу ҡоролмаһы бинаһы әҙер, тышҡы селтәрҙәр үткәрелгән, янғын һүндереү резервуарҙары ҡуйылған. Әле канализация-насос һәм һыу йыя торған станцияларҙы монтажлау эштәре дауам итә.

Республика инвестиция програм­маһына ярашлы “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект” проектына ингән өр-яңы төҙөлөш майҙаны — Көйөргәҙе районының үҙәгендә ҡалдыҡ һыу таҙартыу ҡоролмаһын киңәйтеү һәм үҙгәртеп ҡороу — тураһында бара һүҙебеҙ. Быға тиклем етештереү­сәнлек тәүлегенә ни бары 400 кубометр тәшкил итһә, ҡоролманы сафҡа индереү менән 1200 кубометр һыуҙы биологик таҙартыу мөмкинлеге тыуасаҡ.

Район үҙәге йылдан-йыл яңы хужалыҡтар, йорттар иҫәбенә ҙурая бара. Тимәк, үҙәкләштерелгән систе­маға ҡушылыусылар ҙа артасаҡ. Ҡалдыҡ һыуҙарҙы таҙартыу ҡорол­маһының киләсәктә бурысын тулы­һынса үтәй алмауы көн кеүек асыҡ. Техник яҡтан ҡатмарлы процесты бары заманса, ҡеүәтле ҡорамалдар ғына башҡарыу һәләтенә эйә. Әле алда ҡоролманы йыһазландырыу, биләмәһен ҡойма менән уратып алыу эштәре тора. 79,5 миллион һумға төшкән объект киләһе йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Көйөргәҙеләрҙең күптән көткән йәнә бер хыялы оҙаҡламай тормошҡа ашасаҡ: Ермолаевка ауылында йөҙөргә яратҡандар өсөн бассейн төҙөү буйынса эш башланды. Әлеге көндә уның урыны билдәләнеп, нигеҙ соҡоро ғына ҡаҙылһа ла, йәше-ҡарты төҙөлөш менән ҡыҙыҡһынып, подрядчиктың эшен күҙәтергә әүәҫ.

— Ер эштәре тамамланыуға соҡор нигеҙен бетонлай башлаясаҡтар, — ти район хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге начальнигы Руслан Әминев. — 25 метр оҙонлоғондағы дүрт йөҙөү юлынан торған бассейнда бер сәғәттә ҡырҡ кеше йөҙөргә өйрәнәсәк. ГТО нормативтарын тапшырыу, спорт ярыштарында ҡатнашыу өсөн дә бик уңайлы, кәрәкле спорт майҙансығы буласаҡ ул.


Вернуться назад