Арабыҙҙа изгелекле кешеләр бихисап. Тормошобоҙҙо йәмләп, матур өлгө күрһәтеп йәшәй улар. Өфөнөң Ленин районындағы Торлаҡ хужалығы тресы етәксеһе Тәлғәт Нуриев – нәҡ шундайҙарҙан. Ихласлығы, эшһөйәрлеге менән күптәргә үрнәк ул.
Тәлғәт Хәбибрахман улы Благовещен районының Трошкин ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, урындағы училищела автослесарь һөнәрен үҙләштерә. Унан хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, заводта шофер булып эш башлай.
Артабан Өфөнөң Орджоникидзе районындағы торлаҡ йорттар идаралығына күсә. Егәрле, намыҫлы, ихлас егетте коллектив йылы ҡабул итә. Тәлғәт Нуриев унда тәүҙә механик йөгөн тарта, бер аҙҙан етәкселектең водителе була, күпмелер ваҡыттан гараж мөдире итеп тәғәйенләнә.
Эш менән бергә белемен арттырыу бурысын да онотмай егет. Мәскәүҙә институтта ғилем туплағас, тормошҡа ҡарата киңерәк фекер йөрөтә башлай, халыҡ менән аралашыу, дөрөҫ мөнәсәбәт ҡороу нескәлектәренә төшөнә. Шул уҡ ваҡытта күңелендә тирә-йүнде гөл-баҡсаға күмеү теләге көсәйә, ошо йәһәттән тәжрибә туплай.
Бөгөн Тәлғәт Хәбибрахман улы Өфө ҡалаһының Ленин районы ихаталарын тәртиптә тотоу, тирә-яғын таҙартыу бурысын намыҫ менән башҡара. Уның етәкселегендәге тракторсылар Р. Фәррәхов, Г. Байков, И. Ғәлиәкбәров, шоферҙар Р. Мәмлиев, П. Тахонов үҙ эшен ваҡытында һәм еренә еткереп үтәй. Гаражда ла өйҙәге шикелле тәртип, һәр нәмә үҙ урынында.
Хужалыҡтың Затон һәм Нижегородка биҫтәләрендә лә участкалары бар. Унда ла уңғандар бихисап: Р. Минһажетдинов, М. Бикбулатов, Ф. Ғайсин һәм башҡалар.
Хәтеремдә, Свердлов урамында һәр ваҡыт батҡаҡ була торғайны, хатта резина итек менән үтеү ҙә ҡыйын ине. Бөгөн бында – асфальт, тирә-яҡ матур итеп йыйыштырылған, сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша. Тәлғәт Нуриев һәм уның уңған хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте был.