Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова Бөтә Рәсәй олимпиада һәм конкурс призерҙары һәм еңеүселәре, “Йәш профессионалдар” VI милли чемпионат финалы призерҙары менән осрашты. Сарала шулай уҡ республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары ректорҙары, проректорҙары ҡатнашты.
Фойела үҫмерҙәрҙең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Кемдер донъя кимәлендәге ярышта дан ҡаҙанған, икенселәр ил буйынса бәйгелә алдынғылыҡты бирмәгән, республикабыҙ кимәлен яҡлаған.
– Һеҙҙе традицион “Башҡортостан өмөтө” форумында күреүгә бик шатбыҙ. Сара тиккә генә шулай аталмай, тәү сиратта, беҙ нәҡ ошонда киләсәктә республикабыҙ үҫешенә өлөш индерәсәк йәштәрҙе күрәбеҙ, – тине Гөлназ Радмил ҡыҙы. – Әле янығыҙҙа ректорҙар ултыра. Әйткәндәй, һеҙҙең арала буласаҡ министрҙарҙы һәм ректорҙарҙы ла төҫмөрләйбеҙ. Бынан ары инде бергәләп һеҙҙең һәләтегеҙҙе үҫтереү тәңгәлендә эшләрбеҙ тип уйлайбыҙ.
Гөлназ Шафиҡова белдереүенсә, Башҡортостанда баланың һәләтен үҫтереү буйынса күп уй-ниәттәр бойомға ашырыла. Был эш кескәй саҡтан уҡ башлана, мәктәпкәсә йәштәге ҡыҙ һәм малайҙар төрлө олимпиадаларҙа ҡатнаша. Ошо залда ултырған үҫмерҙәрҙең күбеһе бәләкәйҙән үк ниндәйҙер бәйгеләргә йөрөгән.
Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының Уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереү ғилми-методик үҙәге директоры урынбаҫары филология фәндәре кандидаты Гөлназ Әхмәҙуллина һөйләүенсә, һуңғы йылдарҙа һәләтле балалар менән эшләү бик йәнләнгән. Айырыуса республика етәкселегенең даими хәстәре тойола, һәләтле студенттарға стипендия түләү ҡаралған, халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа еңеүселәр юғары уҡыу йорттарына конкурстан тыш уҡырға алына.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ойошторолған олимпиадала еңеү яулаған, хәҙер Туймазы юридик колледжы студенты Дилара Ғабдрафиҡова әйтеүенсә, Башҡортостанда балаға төрлө яҡлап үҫешеү өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Ул бәләкәйҙән һәр төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, тәүге урындарҙы яулаған.
– Ниәтем – Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инеү, – тип һөйләй Илеш районының Муса Гәрәев исемендәге Бишҡурай урта мәктәбенең XI класс уҡыусыһы Айнур Ғилманов. – Бәләкәйҙән техниканы үҙ иттем, уйынсыҡ автомобиль булһынмы, бүтән төрлө конструкциямы, ҡыҙыҡһынып, уны һүтеп йыйырға яраттым.
Был егет һәм ҡыҙҙарҙың барлыҡ уй-хыялдары тормошҡа ашыр, үҙҙәре Башҡортостаныбыҙға файҙа килтерер, тип ныҡлы ышанабыҙ.