Йәрминкә02.10.2018
Мәктәптә көҙгө йәрминкә бөгөн. Бишенселәрҙең класс етәксеһе Гөлназ Рафиҡ ҡыҙы ишек алдындағы майҙансыҡта шау-гөр килеп һатыу иткән уҡыусыларын ҡыуанып күҙәтте. Бөгөнгө баҙар иҡтисады хөкөм һөргән заманда балалар сауҙалашыу, алыш-биреш тигән нәмәне тыуғандан белеп үҫәлер инде. Үҙҙәре килтергән ризыҡтарҙы, башҡа тормош кәрәк-яраҡтарын һатып алыусыларға кемуҙарҙан маҡтап тәҡдим итәләр. Телдәре телгә йоҡмай ҡайһыларының!

Ана, Айнурҙы күр! Үҙе килтергән литрлыҡ банкалағы ҡара көртмәле ҡайнатмаһын тотоп алған да оло ғына инәйҙең күҙенә инеп бара. Уның күп ауырыуҙан файҙалы икәнлеген дә белә сос малай! Йәй буйы Ҡыраҡа тауҙарын иңләп, серәкәй-ләпәктән талана-талана еләк йыйғанын да һөйләп бөттө, тәки күндерҙе. Айнурҙың кеҫәһенә инәйҙең аҡсаһы, ә инәйҙең күндән тегелгән сумкаһына Айнурҙың ҡайнатмаһы төшөп ятты.

Әлфиәнең эргәһендә коляска эткән йәш әсәләр күберәк туҡтала. Ҡулдары оҫта ҡыҙҙың, сабыйҙар өсөн күҙ яуын алырлыҡ башал­тайҙар, бишмәттәр бәйләгән. Уралдың ата-әсәһе баҡса үҫте­рергә ярата тип ишеткәне бар ине, ысынлап та, малай бер йәшник еләк үҫентеһе килтергән. Уңышты яҡшы биргәнен раҫлаған реклама-фотоһы ла тора эргәһендә. Еләк йыйып йөрөгән Урал, тулы биҙрәһен ҡосаҡлап, шат баға унан. Эрелеген күр әле һин уларының! Йомортҡа дәүмәле тиһәң, һис тә хата булмаҫ. Питомниктарҙа, үҫемлектәр магазинында шәп сортлы бер төп еләк 150-200 һумдан да кәм түгел, ә бында сағыштырмаса осһоҙ хаҡҡа һатҡастар, кеше йәбешеп ятып ала.

Азат та аптырап тормаған икән, атаһы балыҡсы булғас, үткән-һүткәнгә эре-эре суртан, йәйен, шамбылар тәҡдим итә. Магазин кәштәләрендә айҙар буйы ятып еҫләнеп бөткән диңгеҙ балығына ҡарағанда, йылғанан яңы ғына тотолғаны тәмле икәнен белә халыҡ – янынан өҙөлмәй.

Тимербулат, атаһы менән Бөрйәнгә ҡайтҡанда, күп итеп селек һеперткеләр әҙерләгән икән. Урам һеперергә бик кәрәк әйбер тип, уны ла ихлас һатып алалар. Гөлсибәрҙәрҙең өләсәһе менән олатаһы ҡалаға яҡын ғына ауылда йәшәй, фермер хужалыҡтары бар. Егәрле ҡыҙ аҡтан әҙерләнгән әллә нисә төр аш-һыу килтергән бөгөн: ҡаймаҡ, май, эремсек, ҡорот, ҡатыҡ, айран. Тәбиғи ризыҡ тип, ҡала кешеһе уларын да ябырылып ала. Көҙгө уңыш байрамы булғас, емеш-еләк, йәшелсә тураһында әйтеп тораһы ла түгел – өҫтәлдәр һығылып тора. Шулай уҡ бауырһаҡ, бәлеш, йыуаса, ҡоймаҡ...

Гөлназ, уҡыусыларына әҙ булһа ла файҙа булһын тип, үҙе лә һәр кемеһенән нимәлер һатып алды. Тәмле ризыҡтар менән һыйланып, баллап-ҡаймаҡлап тороп сәй эсеп алыр, исмаһам. Яңы уҡыу йылы башланып торғас, ҡағыҙ эшенең иң күп сағы. Дәрестән ҡайтып инә лә тағы китап-дәфтәрҙәренә, компьютерына ҡаплана. Ҡайҙа ул әле уға ваҡыт бәлеш, йыуасалар бешереп ултырырға?!

Ҡара, ҡара, теҙелеп киткән өҫтәлдәрҙең иң ситендә торған Асҡарҙың янына күмәк балалар өйөлгәнсе? Ҡайһы арала килеп еткән һуң әле үҙе? Һуңлағас, бөтөнләй килмәҫ инде был, тип уйлаған ине, афарин, өлгөргән. Гөлназ шатланып уның янына атланы. Асҡарҙың һатыу гөрләй. Шулай булмай ни! Хәҙерге көндәге иң популяр шоколад – Киндер сюрприздың эсендә булған бәләкәй уйынсыҡтарҙы ҡумтаға теҙеп ултыртҡан да берәүһен 15 һумдан ғына тәҡдим итә. Гөлназды күргәс, ул тыйнаҡ ҡына йылмайҙы ла, аҡланғандай әйтеп ҡуйҙы: “Гөлназ Рафиҡовна, әсәйем ауырыңҡырап тора, шуға уға берәй тәмлекәс бешереп бир тип бәлә һалғым килмәне. Ошо уйын­сыҡтарымды тоттом да килдем. Үтмәҫ тип уйлағайным, бына бит, алалар!” Өр-яңы һымаҡ йыл­ҡылдап ултырған кескәй генә машиналар, төрлө йәнһүрәт герой­ҙарын Гөлназ үҙе һатырға ла йәлләр ине, моғайын, шуға: “Йәлләмәйһеңме һуң бынау ҡәҙәр бай коллекцияңды?” – тип ҡуйҙы. “Юҡсы. Биш-алты йәштән йыя башланым мин быларҙы, бүлмәмдәге шкафтың бер кәштәһе туп-тулы булды. Хәҙер ҙурайҙым бит инде, миңә кәрәкмәй улар. Былай ҙа китаптарыма тигән урынды биләп торалар. Атайым быйыл миңә яңы саңғы һатып алырға вәғәҙә итте, был аҡсаны уға бирәм. Әҙме-күпме ҡушымта булыр”, – тип аҡыллы фекер йөрөттө уҡыусыһы. Гөлназдың уҡыусыһы менән ғорурланыуҙан хатта күҙҙәре йәшкәҙәп китте. Эйе, киләсәктә унан еңел атлетика буйынса бик көслө спортсы сығасағы хәҙерҙән үк һиҙелеп тора шул. Әле бәләкәй булыуына ҡара­маҫтан, ҡала кимәлендәге ярыш­тарҙа алдынғылыҡты бирмәй. Ә саңғы уға, әлбиттә, бик кәрәк әйбер.

“Минең класымдағы кеүек ихлас, уңған, һаҡсыл һәм дә маҡ­сатлы балалар күберәк булһын ине ул! Афарин, бишенселәрем!” – тип ҡуйҙы уҡытыусы, йәрминкә мәшәҡәттәре менән мәж килгән уҡыусыларына һоҡланып бағып.





Вернуться назад