Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек02.10.2018
...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым,
Октябрҙән — тыуған айымдан, —
Ана нисек минең юлдарыма
Һары йондоҙ һибә ҡайындар.
Мостай Кәрим.

Ысынлап та, ер ҡаплап япраҡтар ҡойолған, күсер ҡоштарҙың туп-туп булып алыҫ яҡтарға китә торған мәле — көҙ тантана итә. Октябрь айында һабан үткән баҫыуҙар ғына түгел, урмандар ҙа башлыса ҡара төҫ ала. Гүйә, һәр мәлдә ҡыҫҡара барған көн яҡтыһы сигенә лә, оҙайыусы төн ҡараңғыһы үҙ хакимлығын киңәйтә. Миҙгелдәрҙең ҡотолғоһоҙ алмашыныуы, ваҡиғаларҙың, миҙгелдәргә эйәреп, эркелеп килеүе...
Рәсәйҙә йөҙ йыл әүәлге тормош ғәҙәти ваҡиғалар менән генә түгел, бәлки яңыса йәшәргә ынтылған республикала барған сәйәси көрәш, ошо алыш эсендә күренеп ҡалған шәхестәрҙең яҙмышы менән тарих сәхифәләренә инеп ҡалған.

Илебеҙҙә олоғайған ватандаштары­быҙҙың һәр ҡайһыһы тип әйтерлек йөрәк янында комсомол билетын йөрөткәндер. Өлкәндәрҙең ойошма булдырылған көндө әле булһа билдәләргә тырышыуы ошо йәштәр берләшмәһенең күп быуындар яҙмышына йоғонто яһауын дәлилләй.
Эшсе һәм крәҫтиән йәштәренең 29 октябрҙә асылған Бөтә Союз съезына төрлө союздарҙың 22 100 ағзаһынан делегат итеп 194 кеше һайлана. Ошонда февраль инҡилабынан аҙаҡ хасил булған коммунистик йәштәр ойошмаларын бер Рәсәй коммунистик йәштәр союзына (РКСМ) туплау тураһында ҡарар ителә. РКСМ программаһының төп тезистары, эшкәртелеп һәм төҙәтелеп, шулай уҡ Устав, декабрь башында баҫылып сыға. Тезистарҙа союздың РКП(б) менән теләктәш булыуы һәм “коммунизм идеяларын таратыуҙы, эшсе һәм крәҫтиән йәштәрен Совет Рәсәйен әүҙем төҙөүгә йәлеп итеүҙе” маҡсат итеп ҡуйыуы күрһәтелә. Шул уҡ ваҡытта программа йәштәрҙе — “эшсе синыфтың иң революцион өлөшө”, ә союздың мөстәҡил йәмәғәт ойошмаһы тип иғлан итә. Әммә был раҫлау РКСМ-дың 1920 йылдың октябрендә үткән III съезында үҙгәртелә. Съезд, комсомол коммунистар фирҡәһенә яҡын тора һәм уның етәкселегендә эшләй, тип нығыта.

30 октябрҙә Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты менән Халыҡ комиссарҙары Советы мөлкәтле ҡала һәм ауыл кеше­ләренә бер тапҡыр индерелә торған ғәҙәттән тыш революцион һалым тура­һында декрет ҡабул итә. Һалымдың дөйөм күләме ун миллиард һум тәшкил итергә тейеш була. Ошонда уҡ “Ауылдағы хужаларға ауыл хужалығы продукт­тарының бер өлөшөн бүлеп биреү рәүешендә натураль һалым йөкмәтеү тураһында” ла декрет сығарыла.

Ошо ике документты, иҡтисади вайран һәм аҡсаға әсе ҡытлыҡ шарттарында, совет хөкүмәте сараһыҙҙан ҡабул итә. “Артыҡ” тип иҫәпләнелгән аҙыҡ-түлек дәүләт файҙаһына бүленергә тейеш була. Әлеге ун миллиард һум Ҡыҙыл Армияны тәьмин итеүгә тәғәйенләнә. Ярлылар комитеттары, ауыл, волость, ҡала Советтары бер мәртәбә индерелә торған һалым түләүселәрҙең исемлеген төҙөй һәм, һәр шәхестең килеменә ярашлы, ауыл, ҡала халҡына бүлеп сыға. Рәсәйҙә ғәҙәтлән­гәнсә, “бүлеү”ҙе бойомға ашырғанда урындарҙағы властар йыш ҡына үҙҙәренсә “революцион һиҙгерлек”те, ә ҡайһы саҡ шәхси мәнфәғәттәрен өҫтөн ҡуя.

Сентябргә күҙәтеүҙә шул айҙа Өфөлә үткән дәүләт кәңәшмәһендә Бөтә Рәсәй ваҡытлы хөкүмәтен булдырыу һәм уның октябрҙә Омск ҡалаһына күсеүе тура­һында яҙғайныҡ. Өфө директорияһы атамаһын йөрөткән был хөкүмәт ай самаһы ғына эшләп ҡала. Уға ноябрҙә йәнә әйләнеп ҡайтырбыҙ, әммә ул исемендә Өфөнө йөрөткәс, бер-ике һүҙ әйтмәй ҙә ярамаҫ. Бөтә Рәсәй ваҡытлы хөкүмәте иғлан иткән программа совет власын бөтөрөүҙе, Рәсәйҙең территориаль бөтөнлөгөн һәм Рәсәй армияһының берҙәмлеген тергеҙеү­ҙе, Брест-Литовск солох килешеүен юҡҡа сығарыуҙы, Беренсе донъя һуғышын Антанта яғында дауам итеүҙе, Бөтә Рәсәй Учредителдәр йыйылышын ҡабаттан йыйыуҙы, баҙар иҡтисадын булдырыуҙы, Рәсәй өлкәләренең автономияға булған хоҡуғын таныуҙы һәм башҡа мәсьәләләрҙе ҡуя.
Һәм, ниһайәт, ике һүҙ менән генә.
1 октябрҙә, дүшәмбе көн, халыҡ комиссарҙары советы хәрби хеҙмәткә элекке офицерҙар һәм хәрби чинов­никтарҙы саҡырыу тураһында иғлан итә.

5 октябрҙә Халыҡ комиссарҙары советы “Шәхси ҡулдарҙағы, йәмәғәттәр һәм учреждениеларҙағы сәнәғәт һәм боронғо ҡомартҡыларҙы иҫәпкә алыу һәм һаҡлау тураһындағы декретты раҫлай.

10 октябрҙә Халыҡ комиссарҙары советы яңы орфография индереү тураһында декрет ҡабул итә.

12 октябрҙә эске эштәр һәм юстиция халыҡ комиссариаттары “Эшсе-крәҫтиән­дәр совет милицияһын ойоштороу тура­һында”ғы инструкцияны нарыҡлай. Тимәк, профессиональ милиция булдырыла.

15 октябрҙә Петроградта, 1917 йылдың октябрь айы ваҡиғаларынан һуң беренсе тапҡыр, матростарҙың хөкүмәткә ҡаршы демонстрацияһы үтә.

19 октябрҙә Халыҡ комиссарҙары советы немецтарҙың Волга буйында хеҙмәт коммунаһын (автономиялы өлкәне) булдырыу тураһында декрет ҡабул итә. Волга буйы немецтарының автономиялы совет социалистик республикаһы 1941 йылдың 28 авгусында ғәмәлдән сығарыла.

25 октябрҙә патриарх Тихон совет хөкүмәтенә ҡан ҡойоуҙы, йәберләүҙе, донъяны туҙҙырыуҙы, динде ҡыҫмаҡлауҙы туҡтатырға саҡырып мөрәжәғәт итә.

Октябрь. Ҡарасай. Көҙ. Йылдың һәр миҙгеле кеүек үк, уның да үҙ йәме, бүтән­дәргә оҡшамаҫ үҙенсәлеге, күреүебеҙсә, үҙ тарихы бар. Халыҡ та көҙгө мәлгә мөнәсәбәтен кинәйәләп еткерә килгән. “Көҙгө көн — кейәү аҡылы”, “Көҙ бойорор, ә яҙ ҡайырыр” — ҡарһүҙҙәрҙең ахырына сығырмын тимә. Ғөмүмән, быға ынтылыу кәрәкме икән? Тарихтың ҡайҙалыр башы булһа ла, аҙағына сығыу әмәлдәре әлегә юҡ.


Вернуться назад