Көрәшсе02.10.2018
Баҫалҡылыҡ, тәрән аҡыл өлгөһө.

– Ғәлим, – тип шылтыратты ул. – Башлаған эшебеҙҙе дауам итәйек. Халҡыбыҙҙың өстән бер өлөшө тиерлек кешеһе һөйләшкән диалектты әҙәби телгә беҙ яҡынлаштырмаһаҡ, кем эшләй уны?! Бөгөн ғалимдар, яҙыусылар, бүтән кешеләр ошо мәсьәләне сисергә һәм бойомға ашырырға бурыслы. Көрәштең иң алдында беҙгә барырға туры киләсәк.

Үҙ хәбәрсенән башланған юл

...Был һөйләшеүҙән һуң әллә нисә тапҡыр унлаған кеше йыйылып фекер алыштыҡ, бәхәсләшеп тә киттек, бер-беребеҙгә тауыш күтәргән мәл дә булды. Бер фекер – халҡыбыҙҙың төньяҡ-көнбайыш һөйләшен ғәмәлгә индереүҙең мотлаҡ эш булыуын аңлау – төп этәргес көс ине.
Бөтөн йыйылыш, фекерләшеү уртаһында һәр саҡ Зиннур Нурғәлин торҙо, кешеләрҙең һәр береһенә үҙе шылтыратты, ойоштороу эштәренең һәммәһен дә үҙе башҡарҙы, берәүгә лә йомош ҡушыу менән генә сикләнмәне, тынғыһыҙланып үҙе йөрөнө. 90 йәш тулып барған кеше тип уйламаҫһың. Бәлки, шулай кәрәктер ҙә. Туҡтамай хәстәрләү, эш менән яныу, алға аныҡ маҡсат ҡуйып барыу уға дәрт, дарман һәм һаулыҡ өҫтәй торғандыр. Журналистика ҡалыбы менән әйтһәң, ғүмер буйы көрәшеү кешене ҡатҡыл­ландыралыр, моғайын.

Зиннур Әхмәҙиә улы Нурғәлин 1928 йылда Әбйәлил районының Ташбулат ауылында тыуған. Бала сағы социализм ҡороу айҡанлы туҡтауһыҙ барған үҙгәрештәргә, ә үҫмер мәле һуғыш касафаттары осорона тура килә. Яҙ ҡар ирегәндән алып, көҙ ҡар яуғанға тиклем ялан аяҡ, аслы-туҡлы көн итеү тап шул заман күренеше бит инде. Шулай ҙа күңелгә иң һеңгәне – ул үҙ яғыңдың бөтөн мөғжизәләрҙән дә өҫтөн тороуы. Ай, Ташбулат яҡтары! Ожмахтың бер мөйөшө бит ул. Тауҙары һәм күлдәре генә лә ни тора! Шундағы гәлсәр һыуҙы эсеп, таҙалыҡтан зыңғырлап торған һауаны һулап йәшәгән кеше ошо ерҙе һаҡлар өсөн көрәшсе булмай кем булһын?

Әлбиттә, берәү ҙә йәш сағында, туҡта, мин көрәшсе булайым, тигән маҡсат ҡуймай. Был булмыш әлеге гүзәл тәбиғәттән, халыҡтың меңәр йыл буйына ойошҡан йәшәү рәүешенән, күлде күккә аҫырға ниәтләндергән ауыҙ-тел ижадынан, үҙеңдекен алға сығарырға тырышып ҡырталашыуҙан уҡмашып, ярыш-алыштарҙа шымарып, аҡыл менән дәүләнеп, атай-бабай ҡанында әсеп барлыҡҡа килә. Шуға ошо яҡ кешеләренең беренсе маҡсаты һәр ваҡыт тиерлек үҙе белгәнде бүтәндәргә биреү, уларҙың да уның кеүек фекерләгәнен күреү һәм тормошто бөгөн кисәгенән яҡшыраҡ итергә теләү була. Зиннур Нурғәлин дә ошо юҫыҡта ҡала һәм беренсе хеҙмәт йылдарын балаларға мәктәптә белем биреүгә бағышлай.

Белемде биреп була, әгәр үҙең белемле булһаң. Зиннур ошо яҡтан үҙенең наҡыҫлығын аңлай һәм Магнитогорск, Силәбе педагогия институттарында уҡый. Мәктәптә эшләү осоронда үҙендә тағы бер һәләт – матбуғат эшендә ҡатнаша алыу ҡеүәһе барлығын самалай. Беренсе хәбәре ул саҡтағы “Ҡыҙыл Башҡортостан”да баҫыла. Әйтергә кәрәк, Нурғәлин был гәзитте үҙенең ғүмерлек юлдашы, моңдашы, аҡыл һиберлек һәм фекер йыйырлыҡ матбуғаты тип һанай. Әйтерлек тә шул, Зиннур Нурғәлин тәүҙә ошо гәзиттең ауыл хәбәрсеһе була. Оло быуын кешеләре хәтерләйҙер: ул шул ҡәҙәр юғары баһаланған эш була торғайны. Кешенең аты “ауыл хәбәрсеһе” тиһәләр, йөҙәрләгән йөҙ уға борола һәм уның менән айырыуса хөрмәт менән һөйләшә башлай торғайны. Ә гәзиттең үҙ хәбәрсеһе булыу – бик ҙур мәртәбә. Зиннур Нурғәлингә “Совет Башҡортостаны”ның үҙ хәбәрсеһе булып республиканың көнсығыш өлөшөндә (үҙәге Баймаҡ) эшләргә насип була.

Үҙ хәбәрсе – журналистикала үҙе оло мәктәп. Ҡанда булған көрәшсе сифаты бына ошонда ысынбарлыҡҡа әүерелә лә инде. Зиннур Нурғәлин дә, бүтән йөҙәрләгән үҙ хәбәрсе һымаҡ, тәүҙә ҡыҫҡа ғына мәғлүмәттәр яҙа, улар ауылдарҙағы ыңғай күренештәрҙе сағылдыра. Тора-бара хужалыҡтар, райондар менән ныҡлабыраҡ танышҡас, етешһеҙлектәрҙе лә күрә, уларҙы кәметеү йә төбөнән ҡо­ротоу юлдарын самалай һәм үҙ уйҙарын, замананың талаптарына яраҡлаштырып, мәҡәлә рәүешендә гәзиткә ебәрә. Ошонан һуң таныйҙар Нурғәлиндең кемлеген. Ипле генә һөйләшеп, шым ғына үҙ эшен башҡарып йөрөүсе генә түгел, ә меңәрләгән кеше алдында үҙ һүҙен ныҡлап әйтергә һәләтле икән дәбаһа! Көрәшсенең иң төп сифаттарының береһе ошо бит.

“Башҡортостан” баҫҡыстары

Үҙ хәбәрсенең был сифатын редакцияла ла күрәләр һәм уға гәзитте сығарыу ҡаҙанында ҡайнарға тәҡдим итәләр. Ул Өфөгә күсә. Тәүҙә әҙәби хеҙмәткәр, шунан бүлек мөдире. Шулай итеп, мәктәп уҡытыусыһы һөнәрен ул журналислыҡҡа алмаштыра. Партия һәм пропаганда бүлегендә эшләү редакцияның бик һирәк кешеһенә ҡушыла. Бындағы хеҙмәт, журналистиканы яҡшы үҙләштереүҙән тыш, партия ҡуйған талаптарҙы тормошҡа яраҡлаштырып күрһәтә лә белеү ул. Нурғәлин ошоларҙы уңышлы ашырыуҙан тыш, үҙе һымаҡ журналистикаға үҙ белдеге менән килеп ингән кешеләрҙе лә өйрәтә.

Бер тура килгәндә әйтеп китәйек: уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарына тиклем башҡорт журналистикаһы ошо һөнәргә үҙ һәләте, үҙ ынтылышы, бер генә бөртөк тә теоретик әҙерлеге булмаған кешеләрҙән торҙо. Ни өсөн тигәндә, ул саҡта КПСС та, дәүләт тә урыҫ булмаған халыҡтар телендә журналистар әҙерләү менән бөтөнләй шөғөлләнмәне, был эште кәрәкһеҙ һананы. Шуға урыҫ теленән тыш лөғәттә сыҡҡан гәзит-журналдарға, радиоға, телевидениеға кадрҙар үҙ белдеге менән үҙен әҙерләгән кешеләрҙән торҙо. Зиннур Нурғәлиндең дә теоретик әҙерлеге тамамланмаған педагогик юғары уҡыу йорто кимәлендә бит. Ә ҡайһы берәүҙәрҙә уныһы ла юҡ. Шул юҫыҡта етешһеҙлекте ниндәйҙер кимәлдә бөтөрөү өсөн Нурғәлин Өфөләге юғары партия мәктәбенең журналистика факультетына уҡырға инә һәм 1959 йылда уны тамамлай.
“Совет Башҡортостаны”на мөхәррир урынбаҫары кәрәк. Кемде ҡуйырға? Әлбиттә, гәзит эшен яҡшы белгән, юғары уҡыу йорто кимәлендә әҙерлеге булған, редакция хеҙмәтенең баҫҡыстарын үткән кеше булыуы шарт. Ошо талаптарҙың бөтөнөһөнә лә Нурғәлин тура килә. Тәҡ­дим итәләр, ул баш тартмай. Мөхәррир урынбаҫарының эше бүлек мөдире­некенән ундарса мәртәбә ҡатмарлы һәм күп. Бүлектәрҙең эшенә етәкселек итеүҙән тыш, әллә күпме ҡулъяҙма уҡырға һәм көн аша гәзиттең сираттағы һанын сығарыу бурысын үтәргә кәрәк.

Баяғы көрәшсе сифаты бында ла күренә. Иң беренсе бурыс – гәзиттең тиражын арттырыуға өлгәшеү. Бының өсөн бөтөнөһө лә кәрәк: уҡымлы, яҡшы биҙәлгән, тәнҡит утын көслө тотҡан, гәзит уҡыусыларҙың мәнфәғәтен яҡлаған баҫма булдырыу һәм республиканың бөтөн төбәгенә лә үтеп инеү. “Советская Башкирия”, “Кызыл таң” гәзиттәренән тираж кәм генә түгел, күберәк тә булыуы шарт. “Совет Башҡортостаны” – республиканың төп халҡы телендәге иң ҙур гәзит бит. Тырыштылар, көрәштеләр һәм еңделәр. Гәзит һаны тәүҙә 40 мең, шунан 50 мең данаға етте, Нурғәлин бынан киткәндән һуң өлгәшкән иң юғары ҡаҙаныш 104 мең дана ине.

1965 йылда Нурғәлин 37-се йәш менән барған саҡта уға Мәскәүҙәге КПСС Үҙәк комитеты янындағы йәмғиәт фәндәре академияһына уҡырға барырға тәҡдим итәләр. Уйла, Зиннур, ти ул үҙенә үҙе. Был беренсе һәм һуңғы тәҡдим, сөнки ундай уҡыу йортона 40 йәш тулғас алмайҙар. Бара Нурғәлин. Мәскәүҙең үҙендә иң ҙур ғалимдар, сәйәсмәндәр, партия етәкселәренән ғилем алыу бик һирәк кешегә эләгә. Рәхәтләнеп уҡый, белем кимәлен ныҡ күтәрә һәм, төбәгенә ҡайтып, башҡорт журналистикаһын яңы кимәлгә күтәрергә әҙерләнә. Шул арала тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһенә өлгәшә. Әммә ҡабаттан журналистиканың уртаһында ҡайнап эшләргә насип булмай уға. Өфөгә ҡайтыуына яңы эш әҙерләп ҡуйған булалар. Ул яңы ғына асылған Өфө дәүләт сәнғәт институтына кафедра мөдире һәм партбюро етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Күп йылдар үткәс, ошо уҡыу йортоноң ректоры вазифаһына һайлана.

Гелән алғы сафта

Зиннур Нурғәлиндең кеше булараҡ бүтәндәр күреп бармаҫлыҡ, шул уҡ ваҡытта бик мөһим бер сифаты бар. Халҡыбыҙ уны баҫалҡылыҡ ти. Зиннур Нурғәлин бик күп эшләй, әммә эшләгәнен күрһәтеп, маҡтанып йөрөмәй. Бик мөһим, тәрән проблемалар күтәрә, был турала махсус һөйләп йөрөмәй, белгән кеше белеп ҡала, белмәһә, ни хәл итәһең. Шундай ҙур хеҙмәттәренең береһе – институтта башҡорт милли сәнғәтен тәрәндән өйрәнеү һәм уны академик фәндәр дәрәжәһенә күтәреү. Ул әлеге юғары уҡыу йортона килгән саҡта был эш хатта моронлай ҙа башламаған була. Нурғәлин етәкселегендә театраль сәнғәт, сәхнә, музыка, һүҙ сәнғәте, ҡурай, халыҡ музыка ҡоралдары кафедралары асыу, шуларҙа эшләрлек, уларҙа йәштәрҙе уҡытыу эштәрен күтәрә алырлыҡ кадрҙар әҙерләү – бөтөнөһө лә ректорҙың хәстәрлеге нигеҙендә бара. Бынан тыш, әлбиттә, классик, урыҫ сәнғәте мәсьәлә­ләрен бер-бер артлы хәл итеү – һәммәһе лә бер юлы тормошҡа ашырыла.

Был юлдарҙы уҡыған кешеләр Нурғәлиндең эше ҡайһылай майланған ҡайыш кеүек барған тип уйламаһын. Бында ректорҙың өлгәшкәндәрен һанап ҡына үтәбеҙ. Ғәмәлдә, ҡаршылыҡтарҙың, уйламағанда килеп сығып торған кәртәләрҙең күплеген әйтеп бөтөрөрлөк тә түгел. Ҡурай сәнғәте фәнен институтҡа индереүҙе генә алайыҡ. Бер уйлаһаң, меңәр йыл буйы башҡорт халҡында йәшәгән, уның эске кисерештәрен моң итеп түккән ҡурайҙы академик фән итеп өйрәнеү башҡорт илендә эшләнергә тейешле иң мөҡәддәс бурыстарҙың береһе кеүек күренә. Әммә бөтөн кеше лә улай уйламай икән шул. “Ҡурайҙы академик институтҡа индереүҙең ни хәжәте бар, ана сәнғәт училищеһында өйрәнәләр, ауыл клубында уйнайҙар бит, шул еткән. Ә беҙҙең институт – ул классик фәндәр, классик моңдар һәм ҡоралдар урыны”, – тип ебәрәләр. Әлбиттә, бында тамыры һаман ҡоромаған шовинизм шауҡымы күренеп тора. Әммә уға ҡул һелтәп ҡуйып булмай. Нурғәлин эште тәрәндән башлай. Институтта, бүтән уҡыу һәм сәнғәт йорттарында, йәмәғәтселек алдында ҡу­райҙың нимә икәнлеген аңлатыу йәһә­тенән эш йәйелдерә, шунан матбуғатта, бигерәк тә урыҫ теллеһендә бәхәс рәүешендә фекер алышыу ойоштора ул. Был эштә күңеле ятҡан, һүҙе һыйған кешеләрҙе ҡатнаштыра, әммә иң алдан үҙе йөрөй. Шуға күрә Нурғәлин үҙ фекерен яҡлатыу өсөн тәүҙә һылтанма ойоштора, шунан үҙ файҙаһына һығымталар яһата тигән һүҙҙәр ысынбарлыҡҡа һис тә тура килмәй.

Нурғәлиндең бөтөн ғәме, уйы, унар йылдар алдан күрә белеүсәнлеге һәр ваҡыт ил ғәме, ил берлеге, ил киләсәге тураһында булды. Хәҙер Зиннур Нурғә­линдең ҙур эштәренең ҡайһы берҙәренә туҡталайыҡ. Етмешенсе-һикһәненсе йылдарҙа ул институт ректоры вази­фаһынан тыш әллә күпме бүтән бурыстар атҡара. Ошо осорҙа башҡорт филоло­гияһының алдынғы ҡарашлы ғалимы булып таныла – 1984 йылда филология фән­дәре докторы дәрәжәһен ала. Башҡорт филологияһын Рәсәйҙә генә ҡамап ҡалдырмаҫ, донъя кимәлендәге фән итеп танытыу өсөн Ер йөҙөндә төрки академияһын барлыҡҡа килтереү фекере менән янып йәшәй һәм шуға өлгәшә. Төрки академияһының үҙәге итеп Мәс­кәүҙе алыу, уның иң әүҙем ойошмаларын Төркиәлә, Азербайжанда, Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда, Башҡортостанда булдырыу өсөн көс һала. Ошо фекерҙең авторы һәм уны бойомға ашырыусыһы булһа ла, үҙе академияның вице-президенты вазифаһы менән генә сикләнә.

Зиннур Нурғәлин – Башҡортостанда башҡорт теленең дәүләт теле статусын алыуы өсөн күп көс түккән ғалимдарҙың береһе. Уның уйы, көсө, фиғеле һалына был эшкә. Шул ваҡиғаларҙан һуң утыҙ йылдарға яҡын ваҡыт үткәс, башҡорт теле нисек дәүләт теле булмаһын инде, уның өсөн көрәшеп йөрөү кәрәк булғанмы һуң, тип әйтеүселәр бар. Бөгөнгө көн бейеклегенән ҡараһаң, шулай. Әммә ул саҡта, республиканы төрлө яҡҡа бүлгеләп алырға тырышыусылар күп осорҙа, донъя бүтән ине. Әгәр Нурғәлин кеүек кешеләр бөтөн көсөн һалмаһа, бөгөн бөтөнләй башҡа күренеш булыуы ла ихтимал ине.

Уй, фекер, аҡыл берлеге һәм өҫтөнлөгө өсөн көрәш әҙәм балаһы ергә баҫҡандан бирле килә. Тик ул заман менән бөгөнгөнө бер нәмә айыра – был ана шул көрәштең ҡорал төрҙәрендә. Элек улар ҡысҡырып һөйләнгән һүҙ, уҡ-һаҙаҡ һәм үткер ҡылыс булһа, бөгөн – матбуғат, китап, телевидение, радио һәм компьютер. Зиннур Нурғәлин ошоларҙың тәүге икеһен тиҫтәләгән йылдар буйы бик әүҙем файҙаланды. Гәзит, журнал биттәрендә сыҡҡан йөҙәрләгән мәҡәлә һәм хәбәрҙәргә туҡтап тормаҫтан, Башҡортостанда уның бик мөһим ун биш китабы сыҡҡанын ғына әйтеп үтәйек. Был баҫмаларҙың һәр береһе халыҡ һәм дәүләт өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә. Шуларҙың бер нисәһен генә атайыҡ: “Ағиҙел ҡайҙан башлана?”, “Офоҡ аръяғында офоҡ”, “Дәүләт теле – ил рухы”, “Башҡорт теленең өс һөйләше”. Ошонда ята ун йыллыҡтар дауамында халыҡты борсоған мәсьәләләр һәм уларҙы сисеү шәл­кемдәре. Уны иле өсөн көрәшеп, янып йәшәгән аҡһаҡал белмәй кем белһен?

Бер күрешкәнебеҙҙә Зиннур ағайҙан: “Улдарығыҙ (икәү) ҡайҙа әле?” – тип һораным. “Ауылда өй һалалар”. “Ҡайһы ауылда?” “Ташбулатта инде”. “Ай-һай, бигерәк алыҫ таһа”. “Улар шунда йәшәйбеҙ тиҙәр”.

Бәлки ошо булалыр көрәшсенең иң изге маҡсатына аҙмы-күпме өлгәшеүе – үҙе тыуған ерҙә балаларының һәм ейәндәренең иркенләп йәшәүен күреү.


Вернуться назад