Хәҙерге баҙар иҡтисады мәғариф тармағына йылдан-йыл ҡатыраҡ талап ҡуя: уҡытыуҙың һәм, ғөмүмән, белгестәр әҙерләүҙең сифаты бик тиҙ үҙгәрә барған заман ихтыяждарына тура килһен. Әҙерме быға беҙҙең юғары уҡыу йорттары?
– Эйе, талаптар юғары. Халыҡ баһаһынан тыш, милли һәм халыҡ-ара рейтингтар барлығын да онотмайыҡ, – тигәйне Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән осрашҡанда. – Университеттар эшмәкәрлеген баһалауҙа яңынан-яңы алымдар ҡулланыла, һәм беҙгә уларҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Шуныһы шатландыра: беҙҙең юғары уҡыу йорттары ошо рейтинг баҫҡысында аҡрынлап булһа ла өҫкә күтәрелә бара.
Тикшеренеүҙәргә ярашлы, юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү сифаты буйынса беҙҙең республика былтыр алдынғы төбәктәр исемлегенә ингәйне. Бюджет нигеҙендә алғанда уртаса балдың 70 булыуы – һуңғы йылдарҙағы иң яҡшы күрһәткес. Был йәһәттән Краснодар һәм Пермь крайҙары менән бергә республика етенсе урынға сыҡты. Медицина һәм нефть университеттарында әлеге күрһәткес 75 балға еткән. Башҡортостандың педагогия, авиация университеттарында ла ул 70-тән ашыу.
Республика етәксеһе әлеге осрашыуҙа Берҙәм дәүләт имтиханында 100-әр балл йыйған уҡыусылар менән һөйләшеүен хәтергә төшөрҙө. “Мәскәүҙә түгел, ә үҙебеҙҙә уҡырға инеү, артабан республикабыҙҙа эшкә ҡалыу өсөн нимәләр кәрәк?” тип һорайым уларҙан, – тине Рөстәм Зәки улы. – Күрәм: “йөҙ балсылар” ҙа Өфөләге университеттарға ынтыла. Беҙҙең бурыс – уларға был маҡсаттарында ярҙам итеү”.
Юғары уҡыу йорттарында әҙерләүҙең сифаты тураһында фекер йөрөтөү алдынан, тәбиғи, мәктәптә нисек уҡытыуҙарын иҫәпкә алырға кәрәк. Хәбәр итеүҙәренсә, математика, химия, физика, информатика, сит телдәр буйынса Берҙәм дәүләт имтиханында һуңғы бер нисә йылда уртаса балл күтәрелгән. Барлыҡ предметтар буйынса тип әйтерлек 80-дән юғарыраҡ балл йыйған уҡыусылар артҡан.
Ләкин шуныһы ла хаҡ: бындай уңышҡа өлгәшкәндәрҙең өстән бер өлөшө генә республикалағы уҡыу йорттарына бара. Нигеҙҙә, Мәскәү һәм Санкт-Петербургка юллана улар.
– Был ҡалаларҙа студенттар өсөн социаль-көнкүреш шарттарының Өфөләгенән яҡшыраҡ булыуы ла йәлеп итәлер, бәлки. Ошо йәһәттән беҙгә уйланырға, үҙебеҙҙә уңайлылыҡ тыуҙырырға кәрәк, – ти республика етәксеһе. – Унан тыш, профессорҙар һәм уҡытыусылар өсөн торлаҡ, бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡтар төҙөү зарурлығына ла әйләнеп ҡайтыу мөһим.
Көнәркәшлек ҡанундарын инҡар итеп булмай, әлбиттә, һәм был мәғарифҡа ла ҡағыла. Шуға күрә илдең иң яҡшы уҡыу йорттарына инә алған Башҡортостан егеттәрен һәм ҡыҙҙарын хупларға кәрәктер. Әммә шуныһы: уҡыуҙы тамамлап, диплом алғас, күптәр эшкә лә шул ҡалаларҙа тороп ҡалырға тырыша. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин аңлатыуынса, эш йүнәлеше маҡсатлы ҡабул итеүҙән маҡсатлы уҡытыуға күсергә тейеш. Муниципалитеттар үҙ абитуриентының юғары уҡыу йортона ҡабул ителеүенә генә түгел, ә уның аҙаҡ районға әйләнеп ҡайтыуына, хеҙмәт урыны һәм торлаҡ менән тәьмин ителеүенә булышлыҡ ҡылырға бурыслы.
– Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май указдары”ндағы профессорҙар һәм уҡытыусыларға эш хаҡын арттырыу буйынса талабы үтәлде, – ти Башҡортостан дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов. – Университеттар был тәңгәлдә билдәләнгән күрһәткестәрҙе үтәй.