Эш хаҡына ҡарап һайларғамы, күңелгә оҡшағанынмы?02.10.2018
Хеҙмәт баҙарын аңлаған һәм әҙерләнгән кеше һәр саҡ урын таба.

Мәшғүллек һәр заманда ла дәүләттә көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булды һәм әле лә шулай, сөнки ғаиләңде ҡарарлыҡ эш хаҡы булыу-булмауы йәмғиәттең социаль тотороҡлолоғона йоғонто яһай. Башҡортостандағы мәшғүллек үҙәктәре илебеҙҙә иң һөҙөмтәле эшләгәндәрҙән һанала. Төбәгебеҙҙә халыҡҡа хеҙмәт урындары табып бирешеүҙең ниндәй үҙенсәлектәре бар? Мохтажлыҡ булғанда, ошо ойошмалар белгестәренә мөрәжәғәт итеү ярҙам итәме?

Ҡайһы берәүҙәр белмәйҙер ҙә әле, бәлки: Өфө ҡалаһының Мәшғүллек үҙәгендә вакансиялар буйынса йәрминкә аҙна һайын үткәрелә. Ниндәй генә алымдар ҡулланылмай был сарала: эш урындары буйынса иғландар ҙа, лекциялар ҙа, айырым предприятиеларҙың кадрҙар бүлегенән белгестәр ҡабул итеүе лә, эш табыуы буйынса кәңәш биреп ултырған консультанттар ҙа, хатта нисек резюме яҙырға икәнен өйрәтеп ултырған айырым кеше лә бар... Миңә яңыраҡ ошондай йәрминкәләрҙең береһендә булырға тура килде.

“Шулай ҙа телефонымды яҙығыҙ”

...Йәрминкә, алдан хәбәр ителеүенсә, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлағандар, йәғни йәштәр өсөн тәғә­йенләнһә лә, бында ололар ҙа күренгеләй ине. Залдағы халыҡтың яртыһы өлкән йәш­тәгеләр булды, ахыры. Эш урынын ныҡышмалы эҙләйем тиһәң, бындай йәрминкәләрҙең барыһына ла йөрөргә кәрәктер. Ишектән инеү менән күҙгә са­лынған яҙыу ҙа шуға ишаралай: “Ҡайһы гавангә юл тоторон белмәгән кешегә ел бер ҡасан да юл ыңғайы өрмәйәсәк”. Нин­дәй һөнәргә, белемгә эйә булыуың һәм ҡайҙа эшләргә теләүең – бер хәл, хеҙмәт баҙары кемдәрҙе талап итә һәм уларҙы нисек баһалай – шуныһы мөһимерәк бит әле.

– Һеҙ эш эҙләйһегеҙме? – тип һорайым ҡаҡса кәүҙәле бер ағайҙан.

Пенсия йә­шендә икәнлеге күренеп тора. Күҙлеген бер кейеп, бер алып, таяуҙарға урынлаш­ты­рылған иғландар­ҙы ҡарап йөрөй. Ул иң­башын ғына һелкетеп ҡуйҙы: бында тағы ниндәй маҡсат менән киләһең, йә­нәһе. Күңелен күреү өсөн уға көләмәс һөй­ләйем: “Олпат йәштәге ир кеше бер фирмаға эш һорап килгәс, кадрҙар бү­ле­генән йәш кенә ҡыҙ кире ҡаға: “Һеҙ артыҡ өлкән, ә беҙгә йәш, амбициялы, ижади яҡтан үҫеүгә һәләтле кешеләр генә кәрәк”. Уға яуап итеп, ҡарт белгес шулай ти: “Ә шулай ҙа телефонымды яҙып алығыҙ – бөтәһе лә ижади үҫеш менән булышып, эшләргә кеше юҡ икәнлеге асыҡланһа – шылтыратығыҙ...” Ағай күңелһеҙ генә көлөмһөрәп ҡуйҙы: “Тормоштан алынған көләмәс инде. Минең менән дә шундай хәл булды. “Йәш буйынса дискриминация тип атала был, мин һеҙҙе судҡа бирә алам!” – тим. Иҫе лә китмәне: “Бирегеҙ, көн һайын бирһәгеҙ ҙә була!” – ти. Шунан, мин боролоп китә башлағас, уның кемгәлер әйткәне ҡолаҡҡа салынды: “Әйтерһең, мин үҙем уйлап сығарып ултырам, директор ҡушҡас, ҡайҙа бараһың...”

Йәштәр өсөн айырым иғландар ҡуйыла йәрминкәлә. Тик уларҙа эшсе һөнәрҙәре күберәк икәнен шунда уҡ шәйләйһең. Слесарь-ремонтсы, слесарь-йыйыусы, слесарь-инструментсы, слесарь-монтажлаусы... Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарына урам һепереүсе кәрәк, эш хаҡы 12 мең һумдан алып 18 мең һумға саҡлы.

Инвалидтарҙы яҡлашыу һәйбәт, әммә...

Йәрминкә залының бер яғында өҫтәлдәр теҙелеп киткән, уларҙа эш тәҡдим иткән предприятиеларҙың вәкилдәре ултыра. Ниндәй генә ойошмалар юҡ... Эле­герәк нефть һәм газ сығарыу предприятиелары кеүек бай ойошмалар бындай йәр­минкәләрҙә ҡатнашмайҙыр тип уйлай торғайным. Ләкин “Өфөоргсинтез” йәмғиә­те” тигән яҙма ҡуйылған өҫтәлде күргәс, яңы­лышыуымды төшөндөм. Нефть эш­кәртеү һәм нефть химияһы тармаҡтарына ҡараған был предприятие республикалағы иң хәлле коллективтарҙың береһе иҫәпләнә.

– Һеҙгә эшкә конкурс нигеҙендә генә алалар тип ишеткәйнем, – тим ошо предприятие вәкиленә.

– Эйе, – тип ҡыҫҡа ғына яуапланы белгес ҡыҙыҡай.

– Ә былары нимә, улай булғас, – шул уҡ өҫтәлдәге был йәмғиәткә талап ителгән вакансиялар исемлегенә күҙ һалам. Ундағы ике һөнәрҙең – компрессор машинаһы машинисының һәм электр монтажсыһының – аҫтына һыҙылған. Был тамғаның нимәне аңлатҡаны менән ҡыҙыҡһынам.
– Ошо ике урынға һәр кем дәғүә итә ала, ҡалғандары – инвалидтар өсөн генә, – тине “Өфөоргсинтез” вәкиле.

– Ә был күрһәтелгән ике һөнәр буйынса эш тәжрибәһе кәрәк икән, хеҙмәт хаҡтары күпме һуң?

– Уныһы – коммерция сере. Хеҙмәт килешеүе төҙөр алдынан ғына әйтелә.

Дөйөм хәл нисек баһалана?

– Быйылғы үткән айҙарҙа рәсми теркәлгән эшһеҙлек кимәле республикала былтырғы шул уҡ осор менән сағыш­тырғанда кәмене һәм әле ул тотороҡло хәлдә, – ти Өфөләге “Халыҡ мәшғүллеге үҙәге” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының баш инспекторы Әнисә Ғимаева. – Элегерәк беҙ халҡы миллион кешенән ашҡан ҡалалар менән сағыштырғанда ҡалыша инек, йәғни эшһеҙлек кимәле юғарыраҡ булды, хәҙер бер диапазонға индек – был кимәл иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың 0-1 процентын тәшкил итә.

Ошоға саҡлы ни өсөн эшһеҙлек кимәле ҙур ҡалалар менән сағыштырғанда юға­рыраҡ булған? Бында төрлө сәбәп йоғонто яһағандыр инде – ойоштороу кимәленән алып халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итергә тейешле ойошмаларҙың белдек­лелегенә саҡлы. Хәҙер, аңлашылыуынса, хәл ҡырҡа яҡшырған һәм был күрһәт­кестәрҙә лә сағыла: Өфөлә иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың 0,79 проценты ғына эшһеҙ итеп теркәлгән.
“Иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ” тигән төшөнсә нимәне аңлата? Әнисә Наил ҡыҙы аңлатыуынса, йәмғиәтебеҙҙең был ҡатламы – 15 йәштән алып 72 йәшкә тиклемге эшкә яраҡлы халыҡтың дөйөм һаны, шулай уҡ эшһеҙҙәр ҙә (рәсми рәүештә теркәлеү-теркәлмәүгә ҡарамаҫтан) ошо уҡ һанға инә. Был мәғлүмәтте статистика органдары ай һайын аныҡлап тора икән. Өфө ҡалаһының, мәҫәлән, иҡтисади яҡтан әүҙем өлөшө 598 мең кеше иҫәпләнә.

– Ләкин бер ҡайҙа рәсми иҫәптә тормай, шул иҫәптән һис ҡасан һалым һәм пенсия фондына иғәнә түләмәй эшләп йөрөгәндәр ҙә байтаҡ. Дөйөм хәлде баһалағанда улар иғтибарҙан ситтә ҡалмаймы? – тип һорайым.

– “Күләгәләге мәшғүллек” менән көрәш бара һәм республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был йүнәлештә даими эш алып бара, – ти Әнисә Ғимаева. – Нигеҙҙә, ул аңлатыу эшенә ҡайтып ҡала. Беләһегеҙме, бында “тактика” менән “стратегия” тигән төшөн­сәләрҙе аңлау мөһим. Эш хаҡын “конвертта” ғына алып йөрөгән кеше бөгөн оталыр ҙа, бәлки, ләкин киләсәктең нисек булырын берәү ҙә гарантияламай бит: уның оҙаҡ ваҡыт эш таба алмай йөрөүе, сирләп китеүе лә ихтимал, шуға тағы пенсия йәшенә еткәс нисек йәшәрен күҙ алдына килтерегеҙ. Әгәр ҙә, Хоҙай һаҡлаһын, инвалид булып ҡалһа, нимә эшләр?

Оло йортҡа ни кәрәк...

Өфө ҡалаһының хеҙмәт баҙарына ниндәй сифаттар хас? Ҡайһы һөнәр эйә­ләре күберәк талап ителә? Ә кемдәрҙер бик үк кәрәкмәй һәм уларға эш табыуы ҡыйынға тура киләлер бит? Кәрәк тип һа­налған һөнәр буйынса ла бөтә талаптарға яуап биреп бөтмәгәндәр бар. Бер саҡ юридик факультет тамамлаған ҡыҙҙан һорайым: “Һин закон буйынса белгес инде, тимәк? Ә Рәсәй Конституцияһының беренсе статьяһы нимәнән ғибәрәт?” “Белмәйем...” – яуап шул булды. Ә бит баҙар иҡтисады үҙен белгес тип иҫәпләгән кешегә йылдан-йыл ҡатыраҡ талаптар ҡуя, хатта тәжрибәле һөнәрмәнгә лә камиллаша барырға кәрәк.

“Һәр кем ниндәй һөнәр һайлауы өсөн үҙе яуап бирә һәм белем өсөн тотоноласаҡ сығымдарҙы ла үҙе хәл итә”. – Мәшғүллек үҙәгендә шундай фекер әйттеләр. Тимәк, уҡып бөткәс тә алған һөнәре буйынса эшләргәме, был һөнәрҙе ул теоретик яҡтан нисек үҙләштергән – уныһы шәхси эш. Бер кемгә лә үпкәләргә урын юҡ. “Хеҙмәт баҙары менән ҡыҙыҡһынып торған, уның ҡанундарын күҙәтергә әҙерләнгән йәштәр эш урынын тиҙ таба”, – ти Әнисә Ғимаева. Мәшғүллек үҙәге, нигеҙҙә, ошондай белгестәргә ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған, икенсе төрлө әйткәндә – ике арала бер-береңдән талап итеү йәки үҙ-ара дәғүә түгел, ә тиң хеҙмәттәшлек булырға тейеш. Шул саҡта ғына көтөлгән һөҙөмтәгә өлгәшеү форсаты тыуа.

Хеҙмәт баҙарындағы төп проблема һөнәри һәм квалификация яғынан тигеҙһеҙлек булыуына ҡайтып ҡала. Эш биреүсе хеҙмәткәргә бер талап ҡуйһа, эш эҙләүсенең әҙерлеге бөтөнләй икенсе йүнәлешле булыуы – йыш осрай торған хәл. Юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттарының ҡайһы саҡ заман талаптарын иҫәпкә алып өлгөрмәүе лә сер түгел.

Эш табырға ярҙам иткән төрлө программалар тап шундай үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып төҙөлә лә инде. Мәҫәлән, стажировка программаһы уҡыу йортон тамамлап та, әлегә эш тәжрибәһе булмаған йәштәргә иҫәпләнгән. Уларға һөнәрен тулыраҡ үҙләштерергә ярҙам итәсәк килешеүҙе Мәшғүллек үҙәге предприятие менән үҙе төҙөй. Кисәге студентты эшкә ҡабул иткән предприятие өсөн дә был отошло, сөнки түләнәсәк хеҙмәт хаҡының бер өлөшөн Мәшғүллек үҙәге бирә. Әйтәйек, был йәш белгескә айына 15 мең һум түләү тураһында килешелгән, ти. Шуның минималь эш хаҡы күләмен – айына 12 мең һумды – Мәшғүллек үҙәге күсереп тора.


Вернуться назад