Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторолдо. Илдең төрлө төбәк вәкилдәрен туплаған сара билдәле ғалим Мирза Муллағоловтың 80 йәшенә арналды.
– Конференцияны тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһы директоры Әминә Уразова асты.
– Башҡортостан тарихы, археология һәм этнология кафедраһы тарихи этнологияны һәм антропологияны үҫтереүгә йүнәлтелгән мәғариф программаһы буйынса эш башланы. Раил Кузеевтан ҡалған традицияларҙы дауам итеү мөһимлеген һәр кем аңлай, – тине ул һәм сарала ҡатнашыусыларға уңыштар, дөйөм эштең ыңғай һөҙөмтә биреүен теләне.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Р.Ғ. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институты ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Игорь Петровтың сығышы Раил Ғүмәр улының ғилми мираҫына арналды. Билдәле булыуынса, Кузеевтың эшмәкәрлеге төбәктең этнография фәне үҫешендә мөһим урын биләй. Бөйөк ғалим үҙ ғүмерен милләте тарихын, мәҙәниәтен, этногенезын өйрәнеүгә арнай, уларға бәйле мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тос өлөш индерә, башҡорт этнографияһы мәктәбенә нигеҙ һала.
Рәсәй Фәндәр академияһының Урал бүлегендәге Удмурт ғилми үҙәге хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Игорь Поздеев үҙ докладында күп милләтле төбәктәргә ситтән килеп төйәкләнгәндәр мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Улар урындағы тормош шарттарына нисек яраҡлаша? Үҙҙәренең асылын нисек һаҡлап ҡала? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләнде сығышта.
Башҡорт этнографияһына нигеҙ һалған шәхестәрҙең береһе, тарих фәндәре кандидаты Мирза Муллағоловты башҡорттарҙың урман кәсебе хаҡында байтаҡ ғилми хеҙмәт яҙған, был теманы этаптарға бүлеп тикшергән ғалим булараҡ беләбеҙ. Мирза Ғизетдин улы был юлы сығышын шөғөлдөң хәҙерге торошона арнаны.
Филология фәндәре кандидаты, этнологик тикшеренеүҙәр институтының этнография бүлеге мөдире Фәриҙә Ғәлиева “М.Ғ. Муллағоловтың хеҙмәттәрендә этносты йәшәү шарттары менән тәьмин итеү проблемалары” тигән темаға доклад һөйләне. Сығыш ғалимдың 80 йәшенә арналды, уның фәнни эшмәкәрлегенә генә түгел, тотош тормош юлына байҡау яһалды. Һәр кем Мирза Ғизетдин улының башҡорт этнографияһы үҫешенә индергән өлөшөн юғары баһаланы, тырыш хеҙмәтенең оло әһәмиәтен билдәләне, ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Конференцияла “Урта Волга буйы һәм Көньяҡ Урал халҡы: тарихҡа һәм хәҙерге заманға мәҙәни-этник ҡараш”, “Археология билдәләре буйынса Көньяҡ Уралда мәҙәни-этник процесс: мәҙәни эволюцияларҙың эске һәм тышҡы факторҙары”, “Этник һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙә диндең өлөшө”, “Урал-Волга буйындағы оҡшаш күренештәрҙең төрлөлөгө”, “Совет осоронда һәм унан һуңғы йылдарҙа Рәсәй төбәктәрендә милли ҡоролош” йүнәлештәре буйынса эш алып барылды. Һәр секция ултырышында (уларҙа дистанцияла ла ҡатнашырға мөмкин ине) йөҙләгән ватандашыбыҙ һәм сит ил ғалимдары сығыш яһаны, фекер алышты. Улар – этнология, археология, дин, этнополитология өлкәләре белгестәре.
“Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын ойоштороусылар – БДУ-ның Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгендәге Р.Ғ. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институты.
Сара һөҙөмтәләре буйынса докладтар тупланған йыйынтыҡ әҙерләнәсәк.