Ҡатын-ҡыҙҙа — тормош тотҡаһы12.05.2012
Ҡатын-ҡыҙҙа — тормош тотҡаһыИлдәге үҙгәртеп ҡороуҙар сауҙа өлкәһен дә урап үтмәне. Һөҙөмтәлә Башпотребсоюз ҡарамағындағы магазиндарҙың байтағы ярым буш ҡалды йәки ишектәренә йоҙаҡ эленде. Шулай ҙа ҡайһылары, заман ауырлыҡтарына бирешмәй, эшен дауам итә. Билдәле, ҡайҙа хужаһы йүнсел — шунда йәнләнде эш. Шуларҙың береһе — Бүздәк ҡулланыусылар йәмғиәте. Бөгөн ул аяғында ныҡ баҫып тора, бурысын тейешенсә атҡара һәм элекке данын һаҡлай икән, бында бер ниндәй сер ҙә, ғиллә лә юҡ. Ыңғай үҙгәрештәр етәксенең булдыҡлылығына, заман талабын аңлап эш итеүенә, бай тәжрибәһенә һәм берҙәм коллектив туплай алыуына ғына бәйле.
Район ҡулланыусылар йәмғиәтенә бына 15 йыл инде Клара Яфаева етәкселек итә. 1997 йылда уны идаралыҡтың рәйесе итеп һайлайҙар, артабан совет рәйесе булараҡ та үҙен һынатмай. Клара Ғарифйән ҡыҙына ярайһы уҡ ҙур һәм ҡатмарлы хужалыҡты ҡабул итеп алырға тура килә. Мәҫәлән, йөҙләгән магазин, икмәк комбинаты, колбаса цехы, дөйөм туҡланыу комбинаты. Шулай уҡ 400-ҙән ашыу хеҙмәткәр уның ҡарамағында ҡала. Уларҙың һәр ҡайһыһы менән уртаҡ тел табырға ла, бурыстарын еренә еткереп атҡарыуын талап итергә лә кәрәк. Биналар ҙа капиталь ремонт көтә. Ҡыҫҡаһы, райпоның хәле тынысланып, ҡул ҡаушырып ултырырлыҡ булмай.
Хәйер, уға ышаныс белдереүҙәре юҡҡа түгел: сауҙа өлкәһендә барлыҡ баҫҡысты үткән, иңенә оло бурыс алырға өлгөрөп еткән белгес итеп таныта ул үҙен.
Тыуған тамырҙары ла ошонда, Бүздәк районында. Таулар ауыл хакимиәте биләмәһендәге Крепит ауылында Суфия менән Ғарифйән Әхмәтовтарҙың татыу ғаиләһендә донъяға килә. Көтөп алынған ҡыҙ балаға исемде бик тә уйлап һайлайҙар — Клара Цеткин иҫтәлегенә Клара тип ҡушалар. Исеменә күрә — есеме, тиҙәр. Аҡлай ул ата-әсәһенең ҙур өмөт менән ҡушҡан исемен. Бәләкәйҙән үк ойоштороу һәләте асыла, шуға ла ауыл балалары тап уның эргәһенә йыйыла, сөнки Клара төрлө мауыҡтырғыс уйын уйлап табыуға маһир була.
Урҙайбаш мәктәбен тамамлағас, һатыусылыҡҡа уҡырға ҡарар итә ҡыҙ. Мәләүездә ошо һөнәргә эйә була һәм артабан кооператив техникумында белем ала. Тәүге хеҙмәт юлын Бүздәктәге китап магазинында һатыусы булып башлай. Бер йылдан һуң — магазин мөдире, артабан — тауар белгесе. Барыһы ла ҡулынан килә уның. Шуға күрә тиҫтә йылдан һуң магазин директоры вазифаһын йөкмәтәләр ҙә. Уның хаҡында һөйләгәндә иң элек эш кешеһе, тәжрибәле белгес булыуын телгә алалар. Клара Ғарифйән ҡыҙының ошо сифаттары бигерәк тә Бүздәк район ҡулланыусылар йәмғиәтенә етәкселек иткән йылдарында раҫлана. Барлыҡ биналар заманса төҫ ала, ауылдарҙағы магазиндар үҙгәртеп ҡорола. Сауҙа селтәре үҙ бурысын уңышлы үтәй. Мәҫәлән, йәмғиәт ҡарамағында 43 магазин һәм улар райондың һәр ауылында ла бар. Халыҡтан ит, һөт, йомортҡа һәм башҡа тауар һатып алыу менән шөғөлләнәләр. Ышанысты күбеһенсә уларға күрһәтәләр, сөнки электән һыналған йәмғиәт барыбер яҡыныраҡ.
Клара Ғарифйән ҡыҙының күкрәген “Рәсәй ҡулланыусылар йәмғиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн” ордены биҙәүе лә юҡҡа түгел, эш һөҙөмтәһенә бәйле ул. Шулай уҡ Башпотребсоюздың һәм Центрсоюздың башҡа наградалары ла — фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бирелгән юғары баһа. Бынамын тигән хужабикә, яратҡан әсә булыуын да еткерге килә. Ғөмүмән, теләһә ниндәй эште лә еренә еткереп атҡарырға күнеккән ул. Туҡтауһыҙ үҙгәреп торған һәм һәр көн тигәндәй талабын арттырған заманда үҙ ҡиблаһынан тайпылмай, маҡсатына өлгәшеүсе, ышанысты аҡлаусы ҡатын-ҡыҙҙың береһе Клара Яфаева — үҙ урынында, бында һис арттырыу юҡ.
М. ХАРИСОВА.
Бүздәк районы.


Вернуться назад