Яҡташыбыҙ еңеп ҡайтты03.12.2011
Баш ҡаланың “Юлдаш” туристар клубы рәйесе Станислав Сырыгин Волгоградта үткән “XXI быуат лидеры” Бөтә Рәсәй конкурсында – өсөнсө урынға, “Балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаларының 26 — 35 йәшлек лидерҙары” номинацияһында еңеүсе исеменә лайыҡ булған.
Мәртәбәле конкурста илдең 40 төбәгенән йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Станислав жюри ағзаларына “Республикала велосипедистар хәрәкәтен үҫтереү” һәм “Федераль кимәлдә спорт туризмы үҙәктәре селтәрен булдырыу” проекттарын тәҡдим иткән. Финалға сығыусылар шулай уҡ төрлө бәйгеләрҙә үҙ тәжрибәһен, оҫталығын күрһәткән.


Вернуться назад