Һәләтле балалар – илебеҙҙең киләсәге01.10.2018
Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова Бөтә Рәсәй олимпиада һәм конкурс призерҙары, еңеүселәре, “Йәш профессионалдар” VI милли чемпионат финалы призерҙары менән осрашты.

– Башҡортостанда баланың һәләтен үҫтереү буйынса күп уй-ниәттәр бойомға ашырыла, – тине Гөлназ Шафиҡова. – Был эш кескәй саҡтан уҡ башлана, мәктәпкәсә йәштәге ҡыҙ һәм малайҙар төрлө олимпиадаларҙа ҡатнаша.

Илеш районының Муса Гәрәев исемендәге Бишҡурай урта мәктәбенең XI класс уҡыусыһы Айнур Ғилмановтың ниәте – Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инеү. Ул бәләкәйҙән техниканы үҙ иткән, уйынсыҡ автомобиль булһынмы, бүтән төрлө конструкциямы, ҡыҙыҡһынып, уны һүтеп йыйырға яратҡан.

Тап ошондай һәләтле егеттәр һәм ҡыҙҙар илебеҙҙең киләсәге лә инде.


Вернуться назад