Киләһе йылдың 1 ғинуарынан коммуналь хеҙмәттәр квитанцияһында яңы пункт барлыҡҡа киләсәк.
Башҡортостан халҡы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарған уртаса 500 һум түләйәсәк. Был хаҡта республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев белдерҙе.
– Тарифтар әле аныҡ ҡына билдәләнмәгән. Яҡынса һандар тураһында ғына һүҙ йөрөтөргә мөмкин: бер кубометр ҡалдыҡҡа – 500 һум. Хаҡ һәр кемдең күпме сүп-сар ташлауына бәйле буласаҡ. Мәҫәлән, ғаиләлә дүрт кеше икән, ғаилә йылына ике мең һум тирәһе түләйәсәк, йәғни айына 167 һум, – тине министр.