Беҙҙә – тамашасы һөйөүе01.10.2018
Рәсәй студенттары араһындағы аҡыл, ижад, спорт һәм матурлыҡ бәйгеһендә Башҡортостан ҡыҙы Гүзәлиә Ишмөхәмәтова бер юлы ике еңеү яуланы.

Конкурс Ҡырым Республикаһының Севастополь ҡалаһында уҙҙы, унда 38 ҡыҙ һәм 22 егет ҡатнашты. Араларынан тамашасы һөйөүенә беҙҙең Гүзәлиә лайыҡ булды. Башына самауыр ултыртып башҡарған башҡорт бейеүе менән ул тағы ла “Һомғоллоҡ” номинацияһында еңде.

Һылыуыбыҙ, Башҡорт дәүләт университетының физика факультетында уҡыуҙан тыш, “Һылыуҡай” студияһында шөғөлләнергә, матурлыҡ конкурстарында ҡатнашырға ярата.


Вернуться назад