3 октябрҙән 5-нә тиклем “ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмәләр комплексында ололар өсөн “50+. Өлкән йәштең бөтә плюстары” һәм “Сәләмәтлек һәм оҙайлы ғүмер” тип аталған күргәҙмәләр ойошторола.
“Көмөш йәш” вәкилдәре “Өсөнсө быуын халыҡ университеты”ның түләүһеҙ курстарына яҙыла аласаҡ. Йүнәлештәр төрлө-төрлө: баҡсасылыҡ һәм ландшафт дизайны, сувенирҙар әҙерләү, тыуған яҡ тарихы һәм мәҙәниәте, дарыу үләндәре, сит телдәрҙе өйрәнеү һәм башҡа ҡыҙыҡлы түңәрәктәр һеҙҙе көтә, өлкәндәр.
Хәҙерге ваҡытта республикала 1 миллион 176 мең пенсионер йәшәй, уларҙың 295 меңен өфөләр тәшкил итә.