Йылы бирҙеләр!01.10.2018
Һыуыҡтар килеү сәбәпле, Өфөлә торлаҡты йылытыу миҙгеле башланды. Иң беренсе ҡаланың социаль учреждениеларына – балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, дауаханаларға – йылы бирелде.

Ҡағиҙәләргә ярашлы, был ғәмәл һауа температураһы биш тәүлек рәттән плюс 8 градустан түбән булғанда башлана. Ләкин торлаҡ йортта йылытыу миҙгеленә тиклем үк ошо хоҡуҡтан файҙалана башларға мөмкин. Әлеге мәлгә Өфөнөң 19 йорто халҡы был мөмкинлекте ҡулланған да инде.




Вернуться назад