Быуындар бәйләнеше көслө01.10.2018
Шишмә районы Шишмә ҡасабаһының “Светлячок” балалар баҡсаһында кескәйҙәр менән өлкәндәр араһындағы бәйләнеште нығытыуға, балаларҙың күңелендә оло йәштәгеләргә ихтирам уятыуға ҙур иғтибар бүленә.

Мәҫәлән, бында алмаш тураһында ҙур хәстәрлек күргән тәрбиәселәрҙең байрамы менән Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнөнә арнап күңелле сара ойошторолдо. Был көндө малай һәм ҡыҙҙарҙың сығышына ныҡлы иғтибар бүленде, ә уларҙың һәр береһе талантлы ине. Сәхнәгә атлығып, сиратҡа баҫып бейенеләр, йырланылар, бирелеп шиғыр уҡынылар. Үҙ сиратында, ветеран-педагогтар тәртип, тәрбиә тураһында һөйләне, бәләкәйҙән белемгә ынтылырға кәрәк икәнлегенә баҫым яһаны.

“Светлячок” балалар баҡсаһы мөдире, Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре Зөлхиә Шакирова билдәләүенсә, бында күп түңәрәктәр ойошторолған. Бейеү, күнекмәле математика, физкультура, һүрәт төшөрөү дәрестәре, логопед менән шөғөлләнеү шуға асыҡ миҫал. Быйыл “Башҡортостан ынйылары” исемле тағы бер түңәрәк эшләй башлаған.



Вернуться назад