Башҡортостандың баш ҡалаһында +4°. Яуым-төшөм көтөлмәй01.10.2018
Октябрҙең тәүге көнөндә Башҡортостанда аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуып уҙҙы. Әле республиканың баш ҡалаһында термометр +4° күрһәтә. Атмосфера баҫымы 749 миллиметр тәшкил итә.

Көндөҙ синоптиктар яуым-төшөм фараз итмәй, төньяҡ райондарҙа ғына бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Елдең көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә, көндөҙ секундына 17 метрға тиклем көйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +7,+12° тәшкил итә.

Ҡайһы бер юл участкаларына иртән томан төшә, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрҙан кәмей.


Вернуться назад