Йәш баҡсасылар ярышты28.09.2018
Йыл да Бөрө ҡалаһында “Беҙҙең бала саҡ баҡсалары” тип аталған ғилми-ғәмәли конференция үткәрелә. Был юлы ул яңыса яңғыраш алды. Илдең биш төбәге — Тамбов, Мәскәү өлкәләренән, Карелия Республикаһынан, Краснодар крайынан, Ханты-Манси округынан — уҡыусылар онлай режимында бәйләнешкә сыҡты.

Саҡмағош районы уҡыусылары ла баҡсасылыҡ, сәскә, йәшелсә-емеш үҫтереү, шәхси хужалыҡ һәм ландшафт дизайны өлкәһендәге уңыштары һәм асыштары менән уртаҡлашты. Саҡмағош ауылының 1-се, Рапат, Иҫке Ҡалмаш, Имәнлеҡул, Үрнәк урта белем биреү мәктәптәре уҡыусыларының ғилми-тикшеренеү эштәре юғары баһаланды.


Вернуться назад