Уҡыусыларҙы ла пенсия ҡыҙыҡһындыра28.09.2018
Йәш саҡта кем пенсия хаҡында уйлана тиерһегеҙ? Бер кем дә көслө, матур сағында ҡартайырмын, пенсияға йәшәрмен, тип башына ла килтермәй. Әммә хәҙер “заман башҡа — заң башҡа”.

25 сентябрҙән республикабыҙҙа йәштәр араһында пенсия һәм социаль белемде күтәреү буйынса уҡыуҙар башланды. Илеш районының үҙәге Үрге Йәркәйҙә 1-се гимназия уҡыусылары менән үткәрелгән осрашыуҙа Пенсия фонды белгестәре социаль өлкәләге үҙгәрештәр, пенсия реформаһы тураһында ентекле һөйләне. Пенсияға хоҡуҡ нисек формалаша, СНИЛС карточкаһы нимәгә кәрәк, “һоро” эш хаҡы алыу ни өсөн хәүефле? Үҫмерҙәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙарға яуап тапты, райондың Пенсия фонды идаралығының клиент хеҙмәте эше менән танышты.


Вернуться назад