Өлкән быуын һәр заманда ла юл күрһәтеүсе, тормошто алып барыусы булған. Уларҙың аң-зиһене, аҡылы, ҙур тәжрибәһе һәр саҡ мөһим мәсьәләләрҙе яйға һалыуға хәл иткес өлөш индергән һәм әле лә шулай.
Быны, мәғлүм ки, яңы быуын да яҡшы аңлай. Мәҫәлән, республикабыҙҙа ағинәйҙәр эшмәкәрлегенең киң йәйелдерелеүе ошоға аныҡ дәлил булып тора. Әлбиттә, өлкән йәштәге ирҙәр ҙә әүҙемләшһә, тағы ла һәйбәтерәк һөҙөмтәгә өлгәшелер ине. Борон аҡһаҡалдар ҡоро йәмғиәттең төп таянысы булған бит.
Аллаһ Тәғәлә тарафынан оҙон ғүмер насип ителгән берәүҙе лә ҡартлыҡ урап үтмәй. Ғүмерҙең “уңыш йыйыу” мәле муллығы менән ҡыуандырһын өсөн ни эшләргә? Әлбиттә ки, уға һәр кем йәштән әҙерләнергә тейеш. Хаҡ юлдан барыу, тыйылған ғәмәлдәрҙән ситтә тороу, күңел таҙалығы, сәләмәт тормошҡа ынтылыу... Улар ҡартлыҡта төп бәхеткә һуҡмаҡ һала. Өҫтәүенә һәр кем ғаилә ҡороп, белемле, әҙәпле-әхлаҡлы балалар үҫтерергә, ул-ҡыҙҙарының күңелендә иман, рух, тыуған ергә, өлкәндәргә ҡарата ихтирам-хөрмәт һәм башҡа күркәм тойғолар тәрбиәләргә тейеш. Кешелектең хаҡ бурыстарын атҡарған әҙәм балаһының ҡартлығы, һис шикһеҙ, бәхеткә күмелер.
Мәғлүм ки, өлкәнәйгән һайын кешенең күңеле нескәрә, баланыҡылай йомшаҡҡа әйләнә. Үҙенә ҡарата иғтибар көтә ул. Ошоно иҫтә тотоп, ололарға йылы һүҙҙәребеҙҙе еткерергә, ҡәҙер-ихтирамыбыҙҙы күрһәтергә онотмаһаҡ ине. Бәғзе берәүҙәр быны аҡса менән хәл итергә тырыша. Йәнәһе, ҙур ярҙам күрһәтә. Дөрөҫ түгел. “Өлкәндәрҙе аҡсағыҙ менән ҡәнәғәтләндерә алмаҫһығыҙ. Уларға мөнәсәбәтегеҙ яҡшы, йөҙөгөҙ яҡты булһын”, – тигән был йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Йәштәрҙең төп кешелек бурысы – ололарға һүҙ, эш аша ихтирам-хөрмәт күрһәтеү, изгелекле булыу. Уларҙың ризалығын алыу, ҡәнәғәтлегенә өлгәшеү һәр кемдең тормошона бәрәкәт бирә, ти дин белгестәре. “Ғибәҙәтте Аллаһ Тәғәләгә ҡылығыҙ һәм ата-әсәгә изгелек итегеҙ. Улар янығыҙҙа йәшәп ҡартайһа, һис бер заман “уф!” тип әйтмәгеҙ, гелән матур, яғымлы һүҙле булығыҙ”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Һәммәбеҙгә лә ошо әмерҙе үтәп, өлкәндәрҙең фатихаһында йәшәргә яҙһын.