Күңелде имләр ағинәй һүҙе28.09.2018
Беҙгә һеҙҙән йәшәргә өйрәнергә кәрәк!

Ауылдаштарымдың һәр береһе уңған, аҡыллы, намыҫлы, телһөйәр, илһөйәр. Араларында ағинәй Тайфа Шәмсетдинова ла кешеләрҙе һоҡландырып йәшәй.

1923 йылда тыуып, ишле ғаиләлә үҫкән, һуғыш һынауҙарын үткән, әммә һынмаған инәй янына йыш барып йөрөйөм. Оло кешенең хәлен белеү – ҙур сауап, тиҙәр. Ә инәйҙең мине күреү менән нисек шатланғанын белһәгеҙ! Тәмләп сәй эсә-эсә һөйләшәбеҙ. Инәй хәтер ебен тағата, мин тыңлайым.

– Райондан 350 кешене бер нисә машинаға тейәп, һуғышҡа тип алып киттеләр. Белорет яғына юлланғанбыҙ. Һуғыш шул яҡтамы икән, ҡалай яҡын ғына, тип уйлап барам, – Тайфа инәй һағыш ҡатыш йылмайып ҡуя. – Бына бер мәл барып еттек. Баҡһаң, урман ҡырҡырға алып килгәндәр икән. Унан ҡайтҡас, колхоз эшенә егелдек. Үгеҙ менән ер һөрәбеҙ. Аттарҙы бит фронтҡа алып китеп бөттөләр.

Ул ваҡытта муллабыҙ күрше Шәмси­я­мал инәйҙең бабайы Ҡыйбат ине. Бала-саға аслыҡтан үлә, етем-еһер, малһыҙҙар ҡырыла... Мулла бер нисә ҡыҙҙы, улар араһында мин дә бар, ҡәбер ҡаҙырға йөрөттө. Яныбыҙҙа ярҙам итергә берәй көслө кеше булһасы. Барыһы ла яуҙа ине шул...

Һуғыш ваҡытында почтальон булып эшләргә ҡуша торғайнылар. Өскөл хат­тарҙы тәүҙә Петровскийҙан ташыныҡ, аҙаҡ Васильевканан барып ала торғай­ныҡ. Уларҙың ҡайһылары асылып килә. Ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы еңә алмағанбыҙҙыр инде: уҡыйбыҙ. Үҙебеҙ илайбыҙ...

Аяҡтарҙа – сабата. Ул туҙып бөткәс, яланаяҡ йөрөгән саҡтар ҙа аҙ булманы. Аяҡ табандары ярылып, ҡанап бөтә торғайны. Хат ташыған өсөн хеҙмәт көнө лә яҙмайҙар ине ниңәлер. Шулай кәрәк булғандыр инде...

Барыһын да бөгөнгөләй хәтерләй Тайфа инәй. Иҫе яҡшы, зиһене салт уның. Бына Инйәр буйында ағас ҡырҡа, Еҙем­дән һал ағыҙа, йәй һалабаш һала, ҡыш норма буйынса көнөнә 156 ҡап һуға, ураҡ ура, бесән саба... Инәйҙең һөйләгәндәрен күҙ алдымдан үткәреп ултырам.

1949 йылда ул Рәшит Шәмсетдиновҡа кейәүгә сыға. 1968 – 1973 йылдарҙа ир-ат менән бергә ауылдың тимерлегендә эшләй. Ат дағаларға оҫтарып ала.

Тайфа инәй менән Рәшит бабай 11 балаға ғүмер бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле уларҙың икеһе генә иҫән. Шулай ҙа ейән-ейәнсәрҙе күп итеп биргән үҙҙәренә Аллаһ Тәғәлә.

– Бабайымдың баҡыйлыҡҡа күскәненә 13-сө йыл, – ти инәй һағышланып. – 85 йәшендә китте мине ташлап...

Инәйҙе әле кинйә ҡыҙы Рәшиҙә ҡарай. Ул ире Тимербулат менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ауылға күсеп ҡайтҡан. Оҫта ҡуллы ғаилә башлығы яңы йорт та төҙөп ҡуйған. Хужабикә иһә күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр, төрлө еләк-емеш үҫтерә. Бергәләп кәзә малы, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ял көндәрендә, өләсәйҙәрен һағынып, ҡаланан ейән-ейәнсәрҙәре ҡайтып тула.

...Тайфа инәй моңһоуланып уйға сума. Күҙҙәрендә йәш тамсылары йылтырай. Беләм, үткәндәрен байҡай инәй. Унда – бала сағы, йәшлеге, ҙур ғаиләһе... Иңгә-иң терәшеп татыу йәшәгән ғүмер юлдашы Рәшит бабай ҙа, имән кеүек баһадир уландары Мөхәррәм, Рафиҡ, Ғайсар, Сәйфитдин дә, гүйә, баҡыйлыҡҡа күсмәгән. Үтә ҡыҫҡа ғүмерле биш ҡыҙы – Миңлегөл, Рафиға, Ләлә, Ғәйшә, Фатима – янында ғына һымаҡ. Ҡәҙер­леләрен хәтерләп, йәнә илап ала ағинәй. Унан, минең бойоға башлауымды һиҙеп, тиҙ генә балаларының бәләкәй саҡтағы шуҡлыҡтарын, ҡартының мутлыҡтарын иҫкә төшөрә һала. Үткәндәрҙең бер бите лә йыртып ташланмаған уның күңеленән.

Тормоштоң әсе-сөсөһөн татыған инәй янына кәйефһеҙ барып инһәң, уға ҡарап оялып китәһең. Шундай ауыр ваҡыттарҙа ла рухы һынмаған, көслө булып ҡала белгән ағинәй күңелеңде күтәреп, йәнеңде дауалап сығара. Әллә ниндәй сихри көсө бар уның. Алып барған хәйереңә матур итеп доға ҡылып, йәнде иретеп ебәрә. Күңелдәр яҡтырып, сафланып киткәндәй була. Тормоштоң бөтә ығы-зығыһы һыпырып ташлағандай юҡҡа сыға. Бына ниндәй ҡөҙрәткә эйә ағинәй һүҙе, теләктәре!

Беҙгә һинән йәшәргә өйрәнергә кәрәк, инәй. Ныҡлы рух, һынмаҫ ихтыяр көсө, аҡыллылыҡ, сабырлыҡ өлгөһө бит һин. Аллаһ Тәғәлә үҙеңә һаулыҡ бирһен, иншаллаһ!


Вернуться назад