Хәүеф янаймы, юҡмы?28.09.2018

Бөгөн донъяла дүрт миллиард халыҡ интернеттан файҙалана. Былтыр ғына 200 миллион кеше беренсегә мобиль яйланмаға эйә булған. Хәҙер 7,6 миллиард кешенең өстән ике өлөшөнөң кеҫә телефоны бар.

Һуңғы бер йылда социаль селтәрҙәргә яҙылыусыларҙың һаны бер миллионға артҡан. 11 секунд һайын яңы ҡулланыусы өҫтәлгән тигән һүҙ был. Ай һайын “Бәйләнештә”гә, “Класташтар”ға, “Фейсбук”ка, “Инстаграм”ға һәм башҡаларға өс миллиард кеше инә, уларҙың ундан туғыҙы – смартфон йә планшеттан.

Виртуаль киңлектә уҙғарған ваҡыт күләме лә үҫә. Әле планета кешеһе көнөнә уртаса алты сәғәтен интернетта үткәрә.

Рәсәйҙә лә был һандар үҫеш юлында. Халыҡтың 47 проценты социаль селтәрҙәрҙә теркәлгән. 55,9 миллионы унда мобиль яйланмалар аша инә, көнөнә уртаса 2 сәғәт 19 минутын сарыф итә. Ә интернетта бөтәһе алты сәғәт ярым ваҡытын уҙғара. Кеше­ләрҙең 85 проценты унан көн дә файҙалана.

Мобиль интернетты 91,4 миллион халыҡ әүҙем ҡуллана. Иң популяр мобиль ҡушымта – Whats­App, артабан Viber, “Бәйлә­нештә”, “Онлайн Һаҡлыҡ банкы”, “Инстаграм”.

Ә шулай ҙа Рәсәй халҡына хәүефләнергә урын бармы? Бәл­ки, белгестәр проблеманы күпертеберәк, шаштырыбыраҡ күрһәтәлер? Заман менән бергә атлау бигүк насар түгел дә кеүек бит.

Электрон гаджеттар ҡулланыу буйынса беҙҙең ил кешеләре хатта сит ил граждандарынан да арттырып ебәрә. Халыҡтың 47 проценты яратҡан телефонын йә планшетын ҡулынан да төшөр­мәй. Европала был һан 34 процент тәшкил итә. Смартфонда эшлекле хаттар һәм рәсми документтар менән 60 процент кеше булыша. Европала алдынғы технологияларға йәнә 34 процент ҡына ышана.

Ватандаштарыбыҙ шәхси компьютерға ҡарағанда смарт­фонға йә планшетҡа өҫтөнлөк бирә. Улар аша йышыраҡ веб-бит­тәргә инәләр, социаль селтәр­ҙәрҙә аралашалар, көй-моң тыңлайҙар һәм видеояҙмалар ҡарайҙар, шулай уҡ интернет-магазиндарҙа тауар һәм хеҙмәт күрһәтеүгә заказ бирәләр, мобиль түләүҙәр башҡаралар, интернет-банкингтан файҙаланалар.

Рәсәй ҡулланыусыларының 75 проценты даими рәүештә асыҡ Wi-Fi селтәрҙәренә тоташып, виртуаль киңлекте гиҙә. Ә был хәүефле! Мутлашыусылар шундай паролһеҙ нөктәләрҙә “бушлай сырҙы яратыусылар”ҙың трафигын урлай.

Ләкин бөтәһе лә улай уҡ өмөт­һөҙ түгел икән. “Әгәр ҙә өйөгөҙҙә янғын сығып, ике генә әйбере­геҙҙе ҡотҡарыу мөмкинлеге булһа, нимәләрҙе алыр инегеҙ?” тигән һорауға рәсәйҙәрҙең тик 14 проценты “кеҫә телефонын” тип яуап биргән. Европала ошо уҡ һорауға халыҡтың 24 проценты ыңғай яуап биргән. Тимәк, беҙҙә башҡа ҡиммәттәр ҙә әле ҡәҙерләнә.

Етмәһә, тикшереүҙәр күрһәте­үенсә, Рәсәй халҡының 83 проценты кеҫә телефоны балаға уҡырға ҡамасаулай, мәктәптә уны ҡулланыуҙы тыйырға кәрәк тип һанай. 69 процент хатта был сара уҡыу сифатын күтәрер тип ышана. Ата-әсәләр генә түгел, балалары булмаған кешеләрҙең дә 74 проценты ҡәтғи сара яҡлы. Һорау алыусыларҙың бары 17 проценты ғына тәҡдимдең файҙаһы булырына шикләнгән.


Вернуться назад