Иң яҡын дуҫым... телефон28.09.2018
Бәйлелектең яңы төрө: заман электрон техникаһы.

Кеҫә телефондары, планшеттар, аҡыллы сәғәттәр, нетбук-ноутбук-компьютерҙар... Хәҙерге тормошто заманса гаджеттарһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ысынлап та, улар ярҙамында белем алырға ла, эш башҡарырға ла, виртуаль рулгә ултырырға ла, төрлө объекттар буйлап сәйәхәт итергә лә, алыҫ йыһанды йә төпһөҙ океанды күҙәтергә лә мөмкин. Әммә һәр нәмәлә сама булырға тейеш. Артығы – ағыу. Ә беҙҙә нисек?.. Белгестәр ыңғай күренештәр менән бергә гаджеттарҙың кире йоғонтоһон белдереп саң ҡаға башланы ла инде. Кешенең физик һәм аҡыл үҫешенә килтерелгән зыян хаҡында һүҙ.

Элемтә бар, шылтыратырға ваҡыт юҡ

Иғтибар иткәнегеҙ бармы, уҡыуға йә эшкә киткәндә кеҫә телефонын өйҙә онотһағыҙ, был һеҙҙең күбегеҙҙе аяҡтан йығырҙай күңел төшөнкөлөгөнә дусар итә. Көнө буйы үҙегеҙҙе ҡайҙа ҡуйырға белмәй, тынғыһыҙланып сығаһығыҙ, бик мөһим нәмәнән мәхрүм ителгәндәй тояһығыҙ. Ул ғына түгел, телефонығыҙ янығыҙҙа булһа ла, ҡырҡ тапҡыр уны ҡулға алып, экранына ҡарайһығыҙ, шылтыратҡандармы-юҡмы тип тикшерәһегеҙ. Ә инде ул интернетҡа ла тоташһа, виртуаль киңлеккә инеп китеп, сәғәттәр, хатта көн йә төн үткәнен һиҙмәйһегеҙ. Төнөн йоҡларға ятҡанда ла ниңәлер телефонды янығыҙға, хатта яҫтыҡ, матрас аҫтына һалаһығыҙ. Таңға тиклем ул һеҙгә бөтөнләй кәрәкмәйәсәк бит. Шулай булғас, ниңә уны үҙегеҙгә бәйләргә? Сөнки ҡулланмаһағыҙ ҙа, телефон эргәгеҙҙә, ҡул һуҙымында ғына булмаһа, һеҙгә тыныс түгел.

Йышыраҡ электрон гаджеттар һөйләшеү-аралашыу өсөн тәғәйенләнмәгән, ә бары ваҡыт уҙғарыу сараһы кеүек кенә күренә. Юғиһә ҡулы аҫтында телефон була тороп, күптәрҙең көн эсендә яҡындарына, туғандарына шылтыратырға ваҡыт таба алмауын нисек аңлатырға һуң?

Иртән йәмәғәт транспортына аяҡ баҫҡан һәр бер кешене күҙәтегеҙ әле. Салонға инеп урынлашҡас та, барыһы ла тиерлек смартфонын сығара, уға наушниктарын тоташтыра. Ярай инде был – зыянһыҙ ғәмәл. Ә бына урамда, хәрәкәт көслө урында бындай ҡылыҡ һаулыҡҡа, ғүмергә хәүеф менән янай. Наушниклы кеше сит-ят тауыштарҙы ишетмәй, тирә-яҡты күрмәй. Мәҫәлән, уның ҡаршыға елгән машинаны шәйләмәй ҙа ҡалыуы бар. Телефон экранына текәлеп килгән әҙәм йыш ҡына тротуарҙағы йәйәүлегә лә килеп бәрелә.

Был, һис һүҙһеҙ, бәйлелек. Шул уҡ араҡыға, тәмәкегә, наркотик матдәләргә, ҡомарлы уйындарға ылығыу һымаҡ. Һәм бындай сир аҙа, киңерәк тарала, үҙенең тоҙағына күберәк халыҡты эләктерә бара.

Мәктәптәрҙә тыйыу – өлгөргән мәсьәлә

Бигерәк тә организмы өлгөрөп етмәгән йәш быуын вәкилдәре бәйлелек ауына ныҡлап эләгә. Юҡҡа ғына сентябрь айы баш­ланыр алдынан мәғариф министры Ольга Васильева мәктәптәрҙә дәрестәр ваҡы­тында кеҫә телефондарын ҡулланыуҙы тыйыу хаҡындағы фекерҙе яҡлап сығыш яһаманы. Яңы уҡыу йылынан Францияла ошондай тыйыу индереүҙәренә яуап итеп: “Иртәме-һуңмы беҙ ҙә шулай эшләйәсәкбеҙ. Беҙҙә дәрес алдынан телефондарын махсус һауыттарға һалған мәктәптәр барлыҡҡа килде лә инде. Ә ата-әсә менән бәйләнеш өсөн уҡытыусыла запас телефон бар”, – тине. Йәмғиәттә лә был мәсьәләгә ошондай ҡараш нығына.

Әлбиттә, бөгөнгө заман шарттарында гел генә бәйләнештә булыу тәүҙә бик уңайлы күренеш кеүек ҡабул ителде. Балаға теләһә ниндәй ваҡытта шылтыратырға, хәлен белергә була. Әммә тора-бара был элемтә бәйләнешенең кире тәьҫире өҫтөнлөк итә башланы. Әйткәндәй, үҙ-ара һөйләшеп-хәбәрләшеп алыу насар түгел, ләкин хәҙер бәйләнеш операторҙары элекке ябай ғына тариф урынына мотлаҡ интернетҡа, төрлө социаль селтәрҙәргә, видеоканалдарға тоташыу мөмкинлеге биргәндәрен күмәртәләп тәҡдим итә. Тимәк, бер ниндәй сикләүһеҙ чаттарҙа, уйындарҙа ултырырға, видеояҙ­малар ҡарарға була.

Биш йәшлектәргә онлайн уйындар?..

Айырыуса иң кескәйҙәр өсөн хәүефле бындай бәйлелек. Күп осраҡта ата-әсә үҙе лә быға булышлыҡ итә. Сабыйға туҡтауһыҙ йәнһүрәт күрһәткән телеканалды асып йә уйын тоҡандырып, планшет-смартфонды ҡулына тоттороп ҡуйһаң, ул тик кенә ултырасаҡ, иламаясаҡ, ҡамасауламаясаҡ.
Гаджеттарҙың бәләкәстәр донъяһын нығыраҡ яулай барыуын шул да күрһәтә: интернетта биш, дүрт, өс, хатта ике йәшлек балаларға тәғәйенләнгән уйындар табыуы ауыр түгел. Һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, ике йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың 38 проценты, өс йәшлектәрҙең 61 проценты планшет йә смартфон ҡуллана белә. Етмәһә, уларҙың 4 һәм 8 процентының был “уйынсыҡтар” шәхсән үҙенеке!

Ә бит бала дүрт-биш йәштә донъя тураһындағы мәғлүмәттең 70 процентын туп­лай. Тормошто өйрәнгәндә иһә бөтәһен дә үҙ күҙең менән күреп, үҙ ҡулың менән тотоп, еҫкәп, тешләп, тыңлап ҡарау мөһим. Йүгерергә, һикерергә, эләгеп йығылып китергә, шул рәүешле тәжрибә тупларға... Бының урынына сағыу экранды һыйпап ебәреүгә бөтәһе лә әҙер, алдыңа килә: ҡурсағыңа күлдәк тегеп ыҙаларға ла түгел, торт йә бәлеш бешереп йонсорға ла кәрәкмәй. Хатта хайуандар менән дә сабый виртуаль фермаларҙа таныша.

Шунан барлыҡ был “мөғжизәле донъянан” айырылыу бала психикаһына ныҡ ауыр тәьҫир итә. Өйрәнгән уйынсығын тартып алһаң, ул ни эшләй? Дөрөҫ, көйһөҙләнә, илай, ҡайһы берәүе ауырып та китә. Уйлап сығарылған донъянан айырылыу нервы ҡуҙғыусанлығына, үҙ-үҙеңә ышанмаусанлыҡҡа, әйләнә-тирә менән уртаҡ тел таба алмауға килтерә.

Белгестәр нимә ти?

Халыҡтың, бигерәк тә балаларҙың, электрон гаджеттарға бәйлелеге медицина бел­гес­тәрен борсомай ҡалмай. Тап табиптар бы­ның эҙемтәләре менән йышыраҡ осраша бит.

Сибай ҡала дауаханаһының табип-неврологы Гүзәл Һөйөндөкованы ла был мәсьәлә хафаландыра.

– Миңә ата-әсәләр ул-ҡыҙҙарын бәүел тотмау, йоҡоһоҙлоҡтан яфаланыу, мимика мускулдарының тартышыуы, уйламағандан ниндәйҙер аңлайышһыҙ өн сығарып ҡуйыу кеүек аһ-зарҙар менән алып килә. Иң тәүҙә баланың компьютер менән саманан тыш мауығыуын-мауыҡмауын белешәм. Был симптомдарҙың барыһының да сәбәбе нервы системаһының артыҡ ҡуҙғыуынан. Электрон уйындарҙағы сағыу картиналарҙың йыш алмашыныуынан улар ярһый, төнөн дә шуларға бәйле төштәр күрә. Һөҙөмтәлә невроз менән яфалана башлайҙар. Айырыуса мейе гипоксияһы диагнозы менән тыуған, көсһөҙ нервы системаһы булған бала-саға быға тиҙ бирешә. Хатта сәбәбе неврология өлкәһендәлер тип уйламаған осраҡтар ҙа бар. Бына яңы ғына бер баланы ҡабул итергә тура килде. Ул туҡтауһыҙ йүткергеләй икән. Педиатр, отоларинголог, эндокринолог, офтальмолог – бармаған табип ҡалмаған, әммә сирҙең сәбәбен асыҡлай алмағандар. Ә бөтә бәлә шул электрон гаджеттар менән артыҡ мауығыуҙа булып сыҡты, – тип был ҡырҡыу мәсьәләгә үҙенең ҡарашын белдерҙе Гүзәл Рәмил ҡыҙы.

Телефон, телевизор, компьютерҙы саманан тыш ҡулланыу бала-сағаға ни менән янай һуң? Беренсенән, был мейе үҫешен тотҡарлай икән. Тыуғандан алып ике йәшенә тиклем сабыйҙың мейеһе өс тапҡырға ҙурая. Һәм ул 21 йәшкәсә үҫеүен дауам итә!
Икенсенән, оҙаҡ ваҡыт хәрәкәтһеҙ ултырыу физик һәм аҡыл үҫешенә ныҡ зыян итә. Хәрәкәтсәнлек иһә иғтибарлылыҡты нығыта, донъяны өйрәнергә этәргес бирә.

Өсөнсөнән, телевидение һәм компьютер уйындары менән мауығыу – артыҡ кәүҙә ауырлығы эпидемияһына туранан-тура бәйле ғәҙәттәр. Ошондай тормош рәүеше алып барған балалар араһында һимереү сире 30 процентҡа күберәк осрай. Алғараҡ китеп әйткәндә, ошо артыҡ кәүҙә ауырлығы булған кешеләр артабан диабет, инсульт, йөрәк өйәнәге менән дә осрашасаҡ. Һөҙөмтәлә тормош сифаты насарайып, ғүмер оҙонлоғо ла ҡыҫҡарасаҡ.

Дүртенсенән, гаджеттар менән мауығыу­ҙың кис көнө түшәккә ятҡас та дауам итеүе яҡшыға илтмәй. Телефон, планшет, ноутбук экра­нының яныуы йоҡлап китергә ҡама­саулай. Әлбиттә, иртән тән ял итеп өлгөрмәй уяна, йоҡо туймаған була. Ә был организмды таушалыуға дусар итә.
Бишенсенән, кеше психикаһында тайпылыштар күҙәтелә башлай. Уйын ҡомарына бирелгәнлек тормош менән ҡәнәғәт булмауға, тынғыһыҙлыҡҡа, депрессияға, үҙ-үҙеңә йомолоуға килтерә. Алтынсынан, кеше ҡыҙыу ҡанлыға әйләнә, сөнки телевидение экран­дарындағы һәм компьютер уйындарындағы вәхшилек реаль тормошта ла сағылыш таба. Уларҙа күрһәтелгән туҡмау, язалау, үлтереү күренештәре шуға эйәреүгә миҫал булып тора. Шуныһы ҡурҡыныс: бындай көс ҡулланыу өлгөләренең тәьҫире оҙайлы ваҡыттан да килеп сығыуы ихтимал.

Етенсенән, ғилми тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә: бер-өс йәшлек саҡта телевизор ҡарау менән артыҡ мауығыу ете йәшкә инде иғтибарҙы туплай алмау проблемаһына килтерә. Һөҙөмтәлә нимәнелер өйрәнеү һәм иҫтә ҡалдырыу мөмкин булмай башлай. Артабан танып белеү эшмәкәрлеге һүлпәнәйә.

Һигеҙенсенән, ата-әсә иғтибарының кәмеүе лә яҡшыға түгел. Өлкәндәр үҙҙәре йыш ҡына компьютер уйындары йәки телесериалдар ҡарау менән мауыға. Һәм балаларына етерлек ваҡыт бүлә алмайҙар. Бала, әлбиттә, яңғыҙ ҡала ла шул уҡ гаджеттар менән булыша. 8 – 18 йәшлектәрҙең һәр унынсыһы – “электрон наркоман”.

Туғыҙынсынан, кеҫә телефоны һәм башҡа сымһыҙ электрон техниканан таралған радиотулҡындар Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм Халыҡ-ара яман шеште өйрәнеү агентлығы тарафынан “кеше өсөн канцероген фактор” тип билдәләнгән. Хәүефле радиотулҡындар тәьҫире бөгөн беленмәһә лә, йылдар үткәс үҙен һиҙҙерәсәк. Айырым граждан һаулығына янаған хәүеф, дөйөм алғанда, милләт сәләмәтлеген дә ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.

Йомғаҡлау һүҙе

Кеше тормошонда күп төрлө бәйлелеккә дусар. Мәҫәлән, чипсы-газлы һыу кеүек фай­ҙаһы икеле ризыҡтар ашамайынса тора алмай, тәмәке тартмайынса түҙмәй, машина­һыҙ йөҙ аҙым да атларға йыбана... Йәмәғәт­селек бер көнгә теге йәки был ҡылыҡтан баш тартырға саҡырып акциялар ойоштороп тора. Шунда күренә лә инде кешенең бәй­лелек сире менән ауырыймы, юҡмы икәне.

Иртәнән һуң Рәсәйҙә Интернет көнө билдәләнә. Уҙған аҙнанан алып шәхсән үҙем ял көндәрендә телефонды мөмкин тиклем һирәгерәк ҡулға алырға, ә виртуаль киңлеккә бөтөнләй инмәҫкә ҡарар иттем. Ике көнгә “донъянан артта ҡалғандан” донъя емерелмәҫ әле...


Вернуться назад