Сал тарих эҙҙәренән28.09.2018
Күптән түгел Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының бер төркөм хеҙмәткәрҙәре Күгәрсен районына ғилми экспедиция менән килде.
Көнсығыш ҡулъяҙмалар һәм әҙәбиәт ғилеме бүлектәрендә эшләгән белгестәрҙең маҡсаты – тарихи башҡорт ерҙәрендә урынлашҡан ауылдарҙа булып, боронғо ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙы өйрәнеү, урындағы халыҡтың ауыҙ-тел ижады менән танышыу, ғәрәпсә китаптарҙы эҙләп табыу һәм уны ғилми яҡтан тикшереү.
Бер нисә көн эсендә төркөм Мәҡсүт, Ерекле, Үрге Һаҙ, Ҡанаҡас, Сәйетҡол, Бикеш, Күгәрсен ауылдарында булып, ғилми яҡтан иғтибарға лайыҡлы мәғлүмәттәр тапҡан. Мәҫәлән, Мәҡсүт, Сәйетҡол, Сапыҡ зыяраттарында боронғо ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙы өйрәнгәндәр, Күгәрсендә тарихсы-археограф Ниғмәтулла Ваһаповта һаҡланған ҡулъяҙмалар, Ҡанаҡаста халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады, Бикештә ҡомартҡы итеп һаҡланған иҫке китаптар менән танышҡандар. Үрге Һаҙ ауылында йәшәгән Сәйҙә инәй Насипова иһә ғалимдарҙы Ерәнсә сәсән, Бәндәбикә, япон һуғышында ҡатнашҡандар хаҡындағы мәғлүмәттәр менән ҡыуандырған.
– Экспедиция емешле булды. Тарихыбыҙға, телебеҙгә бәйле байтаҡ мөһим мәғлүмәт таптыҡ. Сәфәребеҙҙе район буйлап артабан дауам итәбеҙ, – ти тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов.