Ҡәрҙәштәребеҙгә ҡәҙер өлгөһө28.09.2018
Силәбе өлкәһенең Мәғариф министрлығында үткән мөһим сарала – урындағы мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеүгә арналған видеоконференцияла – ведомство вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары ҡатнашты. Төбәктәге 39 муниципалитеттың үҙидара органдары белгестәре кәңәшмәгә онлайн режимда ҡушылды.

Силәбе мәктәптәрендә башҡорт телен предмет булараҡ уҡытыу мәсьәләһе былтырҙан күтәрелеп килә. Был тәҡдимде өлкә губернаторы Борис Дубровский ҙа хупланы.

– Башҡорт телен өйрәнеү теләген бер бала булһа ла белдерә икән, беҙ бының өсөн барлыҡ уңайлы шарттар, мөмкинлектәр тыуҙырырға тейешбеҙ, – тине ул.

– Беҙҙә башҡорт балаларының ун процентының ғына (яҡынса өс мең кеше) бөгөн туған телен өйрәнеү мөмкинлеге бар, – тине кәңәшмәлә Силәбе өлкәһендәге Башҡортостан вәкиле Амур Хәбибуллин. – Дөйөм алғанда, утыҙ ике меңдән ашыу йәш милләттәшебеҙ бар, улар өлкәнең 26 район-ҡалаһында ғүмер итә.

Сығыштарҙа башҡорт телен уңышлы өйрәнгән башҡа милләт вәкилдәре хаҡында телгә алынды. Халыҡ иҫәбен алыу буйынса йыйылған һуңғы мәғлүмәттәргә күҙ ташлағанда, өлкәлә 161 668 башҡорт йәшәй, шуларҙың 90 645-е туған телен яҡшы белә.

Башҡортостан вәкиле тағы ла туған телендә һөйләшкән балалар өсөн республика тарафынан тәҡдим ителгән мөмкинлектәрҙе һанап үтте. Мәҫәлән, беҙҙәге юғары уҡыу йорттарында белем алған студент тел буйынса ойошторолған олимпиа­даларҙа ҡатнаша, грантҡа дәғүә итә, милли йүнәлештәге дизайн үҙенсәлектәренә өйрәнә, төрлө проекттарҙа көс һынай ала һ.б.

Өлкәнең Мәғариф министрлы­ғының башланғыс, төп һәм урта белем биреү идаралығы етәксеһе Елена Тюрина, тәҡдимдәрҙе хуплап, башҡорт телен өйрәнеү буйынса яҡ­шы мөмкинлек асылғанлығы хаҡын­да киң йәмәғәтселеккә еткерергә, ата-әсәләр араһында аңлатыу эше алып барырға саҡырҙы.

— Мәғариф министрлығына баш­ҡорт телен өйрәнергә теләгән балалар һаны еткерелергә тейеш. Һәр яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ, – тине ул.


Вернуться назад