“Туған телебеҙҙе үҫтереүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш” тигән фекер йыш әйтелә хәҙер. Хаҡ һүҙҙәр. Был ғәмәлде тормошҡа ашырыуҙың мөһим йүнәлештәренең береһе, һис шикһеҙ, милли баҫмаларыбыҙға яҙылыу.
Гәзит-журналдарыбыҙ халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни торошон сағылдыра, аҫаба еребеҙҙең тарихнамәһен яҙа, бөгөнгөнөң һулышын еткерә, милләттәштәребеҙгә күңелендәген аҡ ҡағыҙға төшөрөп, бер-береһе менән аралашып йәшәү, фекер алышыу мөмкинлеген бирә. Был ғәмәлдәрҙең һәммәһе лә башҡортса алып барыла. Тимәк, туған телебеҙҙең – рухи ҡиммәтебеҙҙең – үҫешен бергәләп хәстәрләйбеҙ.
Һәр кем туған телен яҡшы белергә тейеш, шул саҡта ғына башҡа ғилемдәргә юл асыла, ти шәхестәребеҙ. “Ҡөрьән Кәрим”дең “Һине юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” тигән тәүге аяты ла кешене яҙма мәғлүмәттән айырылмаҫҡа, белемде даими арттырырға, таратырға, киләһе быуындарға еткерергә әйҙәй. Ошо ҡушылғандарға тоғро ҡалһаҡ, һис шикһеҙ, милли матбуғатыбыҙ йәшәр, халҡыбыҙ киләсәге тағы ла яҡтыраҡ булыр.
Арабыҙҙа ошо хәҡиҡәткә таянып ғүмер иткән дуҫтарыбыҙ байтаҡ. Мәҫәлән, “Башҡортостан” башлаған акция буйынса Бүздәк районының Сергеевка ауылынан Лүзә Әҙеһәмова гәзитебеҙгә яҙылып, квитанция күсермәһен һәм фотоһын редакцияға ебәрҙе.
— Ғаиләбеҙҙә электән йәшәп килгән йолаға тоғролоҡ һаҡлайым, – ти ул. – Әсәйем Мәүлиә Хужина ғүмер буйы “Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡыны. Беҙ, балалары, матбуғаттың көсөн, халҡыбыҙ яҙмышындағы әһәмиәтен тәрән тойоп үҫтек. Әсәйем күптән мәрхүмә инде. Мин, ҡәҙерлемдең аманатына, күркәм тәрбиәһенә тоғро ҡалып, “Башҡортостан”ды йыл да алдырам.
Лүзә Ғәбделһаҙи ҡыҙы ире менән бергә гөрләтеп донъя көтә, күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, мул итеп йәшелсә-емеш үҫтерә. Рухи ҡиммәттәребеҙгә, туған телебеҙгә, милли матбуғат яҙмышына битараф булмауҙың, ата-әсә һалған юлға тоғролоҡтоң бәрәкәтелер был. Афарин, Лүзә Ғәбделһаҙи ҡыҙы!
Күркәм акция дауам итә. Уның тураһында туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға, хеҙмәттәштәрегеҙгә еткерһәгеҙ ине.