Боронғо грек тарихсыһы Геродот яҙыуынса, Мысыр пирамидаларын төҙөүселәрҙең көндәлек ашында һәр ваҡыт редис, һуған, һарымһаҡ булған. Был йәшелсәләргә 1600 талант (ул ваҡытта аҡса урынына ҡулланылған алыш-биреш берәмеге) көмөш тотонолған.
Әбүғалисина һарымһаҡты төрлө сирҙән дауа тип атаған. Һарымһаҡ йөрәк ауырыуҙарынан, баш ауыртҡанда, төрлө тире һәм яман шештәрҙән ҡулланылған. Ҡайһы бер халыҡ медицинаһында уны профилактика рәүешендә йылан сағыуҙан һаҡланыу өсөн махсус ашағандар. Һарымһаҡтың спирт йәки араҡы һығымсаһы ревматизмдан интеккәндә, бөйөрҙәрҙә һәм бәүел ҡыуығында таш булғанда файҙалы. Бил ауыртҡанда уның торма менән ҡатнашмаһын ҡулланалар. Тағы бер үҙенсәлеге: ул кеше организмынан бик күп зарарлы матдәләрҙе сығара.
Бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Бил ауыртҡанда: бер стакан иҙелгән торма, бер баш (уртаса) һарымһаҡ алына һәм биш-ете минутҡа иҙмәне марля тоҡсайға һалып, билгә бәйләйҙәр. Өҫтөнән йомшаҡ сепрәк менән ҡаплап урарға ғына ҡала. Әрнетә башлау менән алып, көнбағыш майы һөртөргә һәм йөн һалып бәйләргә кәрәк.
Үпкә, ҡан тамырҙарын таҙартыу, йәшәү эликсиры: уртаса ҙурлыҡтағы бер баш туралған һарымһаҡты 100 миллилитр араҡы йәки спиртҡа һалып, 20—25 көн ҡараңғы урында тоторға кәрәк. 10—15 тамсылап көнөнә ике-өс тапҡыр аш алдынан ярты стакан һөткә һалып эсеү мөһим.