14 – 20 майға йондоҙнамә12.05.2012
Аҙна ыңғай булмаҡсы, әммә был уңышһыҙлыҡҡа осрамаҫһығыҙ тигәнде аңлатмай. Кәйефегеҙ яҡшы булыр, мажара эҙләрһегеҙ. Хеҙмәттәшлеккә бәйле эштәр һөҙөмтәле барыр. Фекерҙәштәрегеҙ менән теләһә ниндәй мәсьәләлә уртаҡ тел табыу еңелләшер.
Был аҙнала һәр кем лайыҡлы баһа алыр. Төрлө ҡатмарлыҡтағы яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ. Аптырап ҡалмағыҙ: үҙ эшегеҙҙе башлағыҙ, хосуси милек һатып алығыҙ, һөйгәнегеҙҙең йөрәген яулағыҙ. Бының өсөн, әлбиттә, иҫ китерлек ғәмәл уйлап сығарыу мөһим.
Аҙна башы рәсми эшмәкәрлек өсөн ҡулай, аҙағында иһә ял хаҡында ла уйлау фарыз.

Ҡуҙы
(21.03 – 20.04)
Аҙна башында уҡ ниндәйҙер көтөлмәгән ыңғай хәл булыр, әммә артабан хәлдең ҡуйырып, бөтөнләй икенсе йүнәлеш алып китеүе ихтимал. Уларҙы хәл итерлек дәртегеҙ бар, дарманығыҙ юҡ.

Буға
(21.04 – 21.05)
Ҡатмарлы минуттар күп булыуға ҡарамаҫтан, унышлы аҙна. Күптәрҙең иғтибарын йәлеп итерһегеҙ. Әммә һеҙҙән көнләшеүселәр ҙә юҡ түгел – һаҡ булығыҙ.

Игеҙәктәр
(22.05 – 21.06)
Уйлана торған көндәр. Проблемаларҙы барлап, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләгеҙ – барыһы ла яҡшы булыр.

Ҡыҫала
(22.06 – 23.07)
Үҙегеҙҙең тормошто үҙегеҙ ҡатмарлаштыраһығыҙ. Тормошҡа ашмаҫлыҡ хыялға ваҡыт сарыф иткәнсе, тәртибегеҙҙе баһалау урынлыраҡ булыр.

Арыҫлан
(24.07 – 23.08)
Аҙна уңышлы. Дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү өсөн күп ваҡыт талап ителмәй. Бүләк, килем алыуығыҙ ихтимал.

Ҡыҙ
(24.08 – 23.09)
Күпкә өмөт иткәнгә күрә тормошҡа ашҡан теләктәрегеҙ ҡәнәғәтләндермәҫ. Яңы ишектәр асыла, ә һеҙ һаман элеккеләре ябылғанға көйөп ултыраһығыҙ.

Үлсәү
(24.09 – 23.10)
Аҙна күңелһеҙ башланып китер. Етмәһә, һеҙ шул тиклем ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡаһығыҙ, тиҙ генә пландарығыҙҙан баш тартаһығыҙ. Ә бит, уйлап ҡараһаң, хәлегеҙҙән күп нәмә килер ине.

Саян

(24.10 –22.11)
Уңышһыҙ аҙна. Эшлекле һәм шәхси мөнәсәбәттәрҙә проблемалар булыр, һеҙҙең ғәйеп менән низағ сығыуы ихтимал. Мәнфәғәтегеҙҙе яҡлайым тип, дошман арттыраһығыҙ.

Уҡсы
(23.11 – 21.12)
Ҡаршылыҡлы көндәр. Башҡалар көйөр ине, ә һеҙ шат: нимәлер булыр тип көткәнсе, бына бит, ваҡиғалар бара! Күп сәйәхәт итерһегеҙ, яңы таныштар барлыҡҡа килер.

Ылаҡ
(22.12 – 20.01)
Аҙна башында етди хата яһауҙан һаҡ булығыҙ: әгәр ошоно булдырмаһағыҙ, артабан күпкә еңел булыр.

Һыуғояр
(21.01 – 19.02)
Башҡаларҙы ишетергә һәм аңларға өйрәнеү фарыз. Әлегә һеҙ үҙ хис-тойғоларығыҙға ғына ҡолаҡ һалаһығыҙ.

Балыҡ
(20.02 – 20.03)
Дөрөҫ фекерләгәнгә күрә байтаҡ проблемаларҙы еңел хәл итерһегеҙ. Быға һөнәри оҫталыҡ, кешеләр менән эш итә белеү, алдан һиҙемләү тойғоһо ла ярҙам итә.
Өмөтбикә.


Вернуться назад