Оҙаҡ йәшәгең килһә...28.09.2018
Калифорния ғалимдары туҡла­ныуҙың кеше һаулығына тәьҫирен өйрәнгәндән һуң, шундай һығымтаға килгән: ун сәғәт арауығында туҡланыу тәүлек циклы боҙолоуы менән бәйле метаболизм (матдәләр алмашыныуы) процесы насарланыуын компенсациялай.

Тикшеренеүселәр әйтеүенсә, ошо йүнәлештә йәшәү рәүешен үҙгәртеү өлкә­нәйеү осоронда күп сирҙәрҙән азат итәсәк һәм ғүмер оҙайлылығын арттырасаҡ. Көн һәм төндөң алмашыныуына бәйле организмдағы биологик про­цестарҙың цикллы үҙгәрештәренең роле тап туҡланыуҙы дөрөҫ план­лаштырыуҙа ла инде, ти улар. Ғалимдарҙың тәҡдиме организмға аҙыҡ эшкәртеү һәм ваҡыт араһын­дағы балансты һаҡларға булы­шасаҡ. Ә биоритмдар боҙолғанда туҡланыу сирҙәрҙең баш ҡалҡы­тыуына килтерә, ти улар.


Вернуться назад