Аттарҙың ни ғәйебе бар?28.09.2018
Нуриман районында башҡа һыймаҫлыҡ ҡырағайлыҡ осрағы теркәлгән. Билдәһеҙ әҙәм аттарҙы атып үлтергән.

Фермер Рифҡәт Хәлиловтың 200 баш йылҡы малы бар. Ошо көндәрҙә уларҙың етәүһенең үле кәүҙәһен тапҡан. Кемдер берәү уларҙы атып үлтереп киткән.

Әле фермерҙың ғаиләһе өйөрҙө барлау менән мәшғүл. Ҡурҡҡан йорт хайуандары тырам-тырағай һибелгән, шуға күрә уларҙың тағы нисәүһе зыян күргәнен әйтеүе ауыр.

Килтерелгән матди зыян күләме бер миллион һумға яҡын. Енәйәтсе тотолһа, уға йәнә ике йылғаса иректән мәхрүм итеү ҙә янай.




Вернуться назад