Тирмә янған28.09.2018
Кисә төн уртаһында Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле янында янғын сыҡҡан. Майҙанда урынлашҡан тирмә янып киткән.

Тирмәләр “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре предприятиеһыныҡы. Унда майҙанға ял итергә килеүселәргә милли сувенирҙар һәм ризыҡтар тәҡдим ителә. Янғын һүндереүселәр хәбәр итеүенсә, ике тирмә һәм өс киоск зыян күргән. Кешеләр араһында ҡорбандар юҡ.

Төнгө сәғәт 1-гә ут һүндерелгән. Янғын сәбәптәре асыҡлана.





Вернуться назад