Спорт залында тиҫтерҙәре менән шөғөлләнгән Рита Табишеваға нисә йәш бирер инегеҙ? Юҡ, яңылыштығыҙ, ҡайҙан уға алтмыш булһын? Теп-теүәл 80 йәштә!
Күңеле йәш, тәне һығылмалы, ут кеүек теремек ханымдың байтаҡтан бирле йога менән шөғөлләнгәнен белһәк тә, уның бөгөн шпагатҡа ултырып, беҙҙе хайран ҡалдырыуы көтөлмәгән хәл булды. Һәүәҫкәр спортсыны нисек “ҡарттар” исемлегенә индермәк кәрәк?
Баҡһаң, ҡартлыҡ килгәнен өйҙә көтөп ятырға ғәҙәтләнмәгән, буш ваҡыттарын йөкмәткеле, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрә белгән өлкәндәр Саҡмағош районында бихисап икән. Беҙ быны райондың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спорт залына шөғөлләнергә килгән бер төркөм әүҙемселәргә ҡарап та белдек. Тренерҙары Фидрат Ғимаев та, йәше байтаҡ булыуға ҡарамаҫтан, яратҡан һөнәрен ташларға уйламай, ололар өсөн ойошторолған университеттың дауалау-физкультура төркөмө менән эшләүен дауам итә.