Күңел йылыһы барыһына ла етә28.09.2018
– Медицина тикшеренеүе үтергә тип дауаханаға бер нисә тапҡыр барырға тура килде. Әмәлгә ҡалғандай, һәр саҡ аҡ халатлыларҙың бәләкәй генә ҡыҙ баланы күтәреп йөрөгән сағына осрайым. Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, тоттом да һораным: “Ул баланың ата-әсәһе юҡмы ни? Ғүмере дауаханала үтә бит. Өй йылыһын күрмәгәс, тиҫтерҙәренән дә артта ҡала торғандыр”.

Аңлаттылар. Сабый ата-әсәһенә кәрәкмәй, хатта тыуыу тураһында таныҡлығы ла юҡ. Балалар приютына ебәреү өсөн медицина тикшеренеүе үтергә дауаханаға һалғандар. Документты әҙерләүгә ваҡыт та кәрәк бит, шуны көтәләр икән…

Фәнүзә тулҡынланыуҙан йәшләнгән күҙҙәрен һөрткөләп алды ла һүҙен дауам итте:
– Бахыр баланы үҙемдең ғаилә мөхитендә тыуып үҫкән ҡыҙҙарым һәм улым менән сағыштырып ҡарайым да сабыйҙы йәлләүҙән йөрәк һыҙлай башлай. Ярар, приютта рәнйетмәҫтәр ҙә. Өҫтө-башы бөтөн, тамағы туҡ булыр. Ә аҙаҡ кем менән аралашыр, кәңәшләшер? Ғүмере буйы күңеле китек булыр төҫлө.

Түҙмәнем, иремә сабыйҙың хәлен аңлаттым да: “Әллә шул баланы тәрбиәгә алайыҡмы, нисек уйлайһың?” – тинем. Йомшаҡ күңелле Илдус бер һүҙһеҙ риза булды.

Яйлап өйөбөҙгә йәм индергән ике йәшлек ҡыҙсыҡҡа өйрәнеп киттек. Хәҙер инде Сафияға туғыҙ йәш. Үҙебеҙҙең өс ҡыҙыбыҙ ҙа – Гөлшат, Зөһрә, Гөлфиә – айырым йәшәй. Йортта улыбыҙ Илсур һәм ҡыҙыбыҙ Сафия менән донъя көтәбеҙ.

Сабитовтар – Меңйетәр ауылындағы ишле, уңған ғаиләләрҙең береһе. Йорт хужабикәһе Фәнүзә оҙаҡ йылдар һатыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Тормош иптәше – механизатор. “Ураҡ осоро тамамланмайынса өйҙә уны тап итеүе ауыр”, – ти ҡатыны.

Үктәй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Мөҙәрисов Сабитовтарҙың күптәргә өлгө булыуын, биләмәләге 38 ишле ғаилә араһында хеҙмәт һөйөүсәнлеге, өлгөрлөгө, ауырлыҡтарҙы зарланмай күтәрә белеүе менән айырылып тороуын билдәләне.

Әсәй, өләсәй, ир ҡатыны, йорт хужабикәһе… Ошо хәтлем йөктө үҙ өҫтөнә алған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, ысынлап та, маҡтауға лайыҡ. Әгәр ҙә ҡура тулы мал-тыуарың, оло урамыңды ҡаплап алырҙай йөҙ бройлер тауығың, тиҫтәләгән ҡаҙың булһа, нисек барына өлгөрмәк кәрәк? Ә беҙҙең геройыбыҙ өлгөрә – “уңғандарҙың ҡулы етәү” тигәндәре дөрөҫтөр. “Йомортҡа, һуған, тауыҡ, ит һатып, байтаҡ аҡса эшләйбеҙ. Сафия ҡыҙыбыҙ ҙа беҙҙең хеҙмәт уртаһында ҡайнағаныбыҙҙы күреп үҫә”, – тип һөйөнә әсә.



Вернуться назад