Римма Мамлиеваны ҡыҙыу эш мәлендә тап иттек. Хәйер, эш көнөнөң ҡайһы сәғәтендә буш ваҡыты була икән? Әйтеүе ауыр. Районда нисә ҡатын-ҡыҙ бар, уларҙың барыһы ла ҡасан да булһа ауырыуҙы ҡарау бүлмәһенә аяҡ баҫҡан йәки баҫасаҡ тиһәң дә, арттырыу булмаҫ. Ҡатын-ҡыҙ башҡа табиптарға күренер алдынан мотлаҡ ошонда булып, анализ бирергә тейеш. Шуға ла күптәр өсөн ул әллә ҡасандан үҙ кеше. Башҡаларға әйтергә ҡыйынһынған серҙәрен дә ошонда сисәләр. Ышанғанға күрә һәм мотлаҡ аңлау табасаҡтарына өмөтләнеп.
Римма Фәрит ҡыҙы — Бүздәк ауылы ҡыҙы. Медицина хеҙмәткәре булыу хыялы ла бәләкәйҙән тыуған. Өфөләге медицина училищеһында белем алғас, үҙҙәренә ҡайтҡан һәм хеҙмәт юлын Бүздәк районының үҙәк дауаханаһында башлаған. Бына өс тиҫтә йылдан ашыу һайлаған һөнәре буйынса эшләй — ауырыуҙы ҡарау бүлмәһе акушеры. Хәҙер инде ул юғары категориялы белгес, хеҙмәте лә лайыҡлы баһаланған, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған. Әммә иң мөһиме — пациенттарҙың уға үҙ итеп килеүе һәм ышанып китеүе.
— Ошо һөнәрҙе һайлауыма һис ҡасан үкенгәнем йәки икеләнгәнем булманы. Йылдар үткән һайын үҙ урынымда икәнлегемә нығыраҡ инанам. Шөкөр, ҡыҙым да минең юлымдан китте, медицина университетын тамамланы, әле ординатура үтә. Улым техникаға тартылды — автотранспорт колледжын һайланы. Өс тиҫтә йылдан ашыу дәүерҙә төрлө кеше менән осрашылды, миңә ышаныс бағлап килеүҙәрен һис ҡасан онотманым: һәр кемгә хәлен дөрөҫ итеп аңлатып, һаулығы хаҡында хәстәрлек күрергә күндерҙем, — ти Римма Фәрит ҡыҙы.
Уның коллективта абруйлы белгес булыуына беҙ ҙә ышандыҡ. Дауахана коллективының Шәфҡәт туташтары көнө айҡанлы тап Римма Мамлиева менән осрашырға тәҡдим итеүе, ябай, эшен яратып атҡарған кеше һәм медицина хеҙмәткәре булараҡ та уға ҡарата йылы һүҙҙәрҙең ихлас күңелдән әйтелеүе шуны раҫлай.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА