Йәшәү сифатын күтәреү өсөн27.09.2018
Хаҡлы ялға сығыу йәшенә етеп килгән, ҡартлыҡ йәки хеҙмәт йылдары буйынса пенсия алып та эшләп йөрөгән пенсионерҙарға йылына бер тапҡыр түләүле ике көн ял бирергә тәҡдим ителә. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе уҡыуҙа ошо хаҡтағы закон проектын бер тауыштан хупланы.

Был тәҡдим Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 29 августа халыҡҡа яһаған мөрәжәғәтендә яңғырағайны. Ике көнлөк түләүле өҫтәмә ял бушлай диспансеризация үтеү маҡсатында ҡулланылырға тейеш, тип билдәләгәйне ил башлығы.

Документ халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуя, ти закон проекты авторҙары. Ул тулыһынса ҡабул ителгән хәлдә, киләһе йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инә.


Вернуться назад