Юғалма юлдарымдан, юғалма12.05.2012
Кәбир Аҡбашев һүҙҙәре,
Роза Сәхәүетдинова көйө
Ҡояш менән ай яҙмышы булдыҡ,
Осрашмабыҙ, тиеп ут һалма.
Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең —
Юғалма юлдарымдан, юғалма.
Эңерҙәрҙә шишмәләргә төшөп,
Йырһыҙ ғына килеп һыу алма.
Мин ай булып һиңә түгелермен, —
Юғалма юлдарымдан, юғалма.
Яҙмышымда сулпан йондоҙ бул һин,
Тик һағыштар булып ҡағылма.
Һинһеҙ аҙашырмын кеүекмен мин, —
Юғалма юлдарымдан, юғалма.