Мәскәүҙә үткән “Апиславия” 22-се Халыҡ-ара ҡортсолоҡ ойошмалары Конгресында Башҡортостан умартасылары миҙалдар яулап ҡайтты.
“Кәрәҙле бал” номинацияһында Стәрлетамаҡ районынан Рөстәм Резбаев беренсе урынды яуланы. Бөрйәндән Кәрим Ғәлин “Төрлө сәскәнән йыйылған бал” категорияһында – икенсе, ә Ишембай ҡортсоһо Юрий Анопченко “Йүкә балы” төрөндә өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Күргәҙмәлә 40-тан ашыу илдән өс мең самаһы умартасы ҡатнашты.