Рәсәй Хөкүмәте тарафынан 2020 йылда сираттағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү тураһында махсус ҡарар ҡабул ителде. Был әһәмиәтле ваҡиға алдынан быйыл октябрҙә һынау рәүешендә халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә. Ул 560 мең кешене йәлеп итәсәк, тип күҙаллана.
– Һынау рәүешендә халыҡ иҫәбен алыу – элек-электән ҡулланылған алым, ул төп сараға әҙерлек булараҡ үткәрелә. Уның барышында методик, ойоштороу һәм техник йәһәттән тыуасаҡ һорауҙарҙы асыҡлау мөмкин буласаҡ. Октябрҙә үтәсәк һынау рәүешендә халыҡ иҫәбен алыу ҙа беҙгә яңы технологияларҙы ғәмәлдә ҡулланып ҡарарға мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләнеләр Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органында.
Һынау рәүешендә халыҡ иҫәбен алыу ике этапта ойоштороласаҡ: тәүгеһе бөтә Рәсәй буйынса булһа, икенсеһе илдең туғыҙ төбәгендәге ун районға ҡағыла. Башҡортостан был исемлеккә инмәгән.
1 октябрҙән 10-ына тиклем Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталында (Gosuslugi.ru) иҫәп яҙмаһы булған һәр Рәсәй кешеһе был эште үҙаллы ла башҡара ала. Бының өсөн электрон иҫәп алыу ҡағыҙҙарына үҙеңә һәм бергә йәшәүсе ғаилә ағзаларына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе индерергә кәрәк.