Көҙгө һалҡындар башлана26.09.2018
Башҡортостан биләмәһендә әкренләп һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә, аҙна уртаһынан ямғырлы, һалҡынса көндәр башланасаҡ, тип хәбәр итә Башгидромет.

27 сентябрҙә, кесаҙнала, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ, көньяҡ-көнсығыш төбәктә яуым-төшөм булмаясаҡ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Төндә һауа температураһы +5...+10 градус арауығында булһа, көндөҙ +9...+14, көньяҡ-көнсығышта +19 градусҡа тиклем йылынасаҡ.

28 сентябрҙә лә ямғырҙар көтөлә. Төндә һауа температураһы +2...+7, көндөҙ +8...+13 градус тәшкил итәсәк.


Вернуться назад