Осрашайыҡ, күрешәйек26.09.2018
Үрге Йәркәйҙәге 1-се мәктәп (хәҙерге 1-се гимназия) үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйына.

Тантаналы сараға илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе илештәр, мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаған сығарылыш уҡыусылары, уҡытыусылар, педагогия хеҙмәте ветерандары саҡырыла. Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы 6 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 11-ҙә гимназияла үтәсәк осрашыуға көтәләр. Һуңынан байрам тантанаһы район мәҙәниәт һарайында дауам итәсәк. Илештәр, оло байрамдан ситтә ҡалмағыҙ!



Вернуться назад