Абҙаҡтар булдырыр!26.09.2018
Төйәктең яҡты киләсәге – берҙәмлектә.

Республикала урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы тормошҡа ашырыла башлау менән учалылар, ҙур әүҙемлек күрһәтеп, байтаҡ тәжрибә тупланы. Сараға ярашлы күп ерҙә социаль-коммуналь инфраструктура яҡшыртылды, урамдарға яҡтылыҡ үткәрелде, спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөлдө, юлдар ремонтланды, объекттар төҙөкләндерелде. Быйыл да райондан дүрт проект программала еңеүсе тип табылды. Шуларҙың береһе – Мансур ауыл биләмәһенең Абҙаҡтағы балалар майҙансығы – ошо көндәрҙә файҙаланыуға тапшырылды.

Күмәкләп тотонғас...

Абҙаҡ районда ҙур ауылдарҙан һа­нала. Унда әле 155 йортта 550-нән ашыу кеше йәшәй. Мансур ауыл биләмәһендә Саңғалыҡ диорит карьеры, Башҡорт алтын табыу компанияһы, “Таш ҡала” йәмғиәте кеүек сәнәғәт предприятиелары урынлашҡан. Эш урындары булғас, йәш­тәр ауылда төпләнергә тырыша, яңы йорт һалып сыҡҡандар күп. Ҡура тулты­рып мал, ҡош-ҡорт аҫрау өсөн мөмкин­лектәр киң, сабынлыҡтар иркен. Халыҡ араһында үҙ эшен асҡандар, фермерлыҡ менән шөғөлләнгәндәр байтаҡ.

Ауылда мәктәпкәсә йәштәге һәм уҡыусы 135 бала иҫәпләнә. Ун алты йыл элек асылған ике ҡатлы мәғариф учреждениеһында йәш быуынға тырышып белем алыу өсөн бөтөн шарттар тыуҙырылған. Бында күрше Буранғол һәм Малай-Муйнаҡ ауылдарынан да йөрөп уҡыйҙар. Ә бына 1986 йылда төҙөлгән балалар баҡсаһының түбәһен яңыртыу көнүҙәк мәсьәлә булып тора.

Абҙаҡтар – берҙәм, дәртле халыҡ. Ауыл клубы бер ҡасан да буш тормай, төрлө саралар, байрамдар йыш ойошторола. Районда уҙғарылған мәҙәни сараларҙың да уртаһында ҡайнай абҙаҡтар. Спортта ла һынатмайҙар. Төрлө ярыштарҙа, спартакиадаларҙа тәүге урын – һәр саҡ уларҙыҡы. Быйыл район һабантуйында уҙғарылған “Ылаҡ” уйынында беренселекте яулап, аҙаҡ үҙ төйәге данын республика кимәлендә яҡлаған Абҙаҡ ир-егеттәре. Һөҙөмтәлә икенсе урынға лайыҡ булғандар.

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында абҙаҡтар икенсе тапҡыр еңеп сыҡты. 2015 йылда ты­рыш­лыҡ һәм берҙәмлектәре арҡаһын­да урамдарға энергия һаҡлағыс яҡ­тыртҡыстар ҡуйҙырыуға өлгәшкәйне улар. Һөҙөмтәлә хәҙер ауыл ҡышҡы оҙон төндәрҙә лә әллә ҡайҙан балҡып ултыра.

– Программала йәнә ҡатнашып ҡарау мәсьәләһен абҙаҡтар үҙҙәре күтәреп сыҡты, – ти Мансур ауыл хакимиәте башлығы Әҙип Ҡарамышев. – Бер тауыштан балалар майҙансығы төҙөргә тигән фекергә килделәр. Кәрәкле сумма ла тиҙ арала йыйылды, биләмәне сүп-сарҙан таҙартыу маҡсатында өмә лә ойошторолдо.

Уртаҡ шатлыҡ

Яңы майҙансыҡ мәктәп эргәһендә урынлашҡан. Уйын ҡорамалдарының дөйөм хаҡы 537 мең һумдан ашыу тәшкил иткән, шуның 300 меңен – республика бюджеты, 70 меңен урындағы ҡаҙна ҡаплаған, 67,5 меңен халыҡ үҙе йыйған. Бағыусылар ҙа ситтә ҡалмаған: районда иң эре сәнәғәт предприятиеһы һаналған Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты 100 мең һумлыҡ ярҙам ҡулы һуҙған. Майҙансыҡ ерен махсус техника менән тигеҙләү бурысын Башҡорт алтын табыу компанияһы үҙ өҫтөнә алған.

Аукцион шарттарында балалар майҙансығы төҙөү эшен Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Промконструкция” ойошмаһы атҡарып сыҡҡан.
– Подрядсыға бер ниндәй ҙә дәғүә юҡ. Бурысын ваҡытында һәм сифатлы атҡарҙылар. Улай ғына ла түгел, Абҙаҡ балаларына спорт инвентарҙары бүләк итеп тә ҙур сауап алдылар, – тип ҡыуанысын йәшермәне Әҙип Әғләм улы.

Майҙансыҡты асыу тантанаһына йәше лә, ҡарты ла күпләп йыйылды. Програм­маны тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәткән абҙаҡтарға, бағыусыларға район Советы секретары Зариф Ғарипов хакимиәт исеменән рәхмәт әйтте, яңы майҙансыҡты һаҡлап тотоуҙарына ышаныс белдерҙе.

Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеү­селәре һәм мәктәп уҡыусылары байрам концерты әҙерләгәйне. Йыр-моңдан, шат тауыштарҙан гөрләп торҙо был көндә ауыл. Тәбиғәт тә кешеләр менән бергә шатланды – ҡояш нурҙарын йәлләмәй һипте.
Ә балалар баҡсаһы ауылдың икенсе яғында урынлашҡан.

– Йылы көндәрҙә кескәйҙәрҙе ошо майҙансыҡҡа уйнарға алып килергә иҫәп тотабыҙ, – тине балалар баҡсаһы мө­дире Зөлфиә Сиранова. – Тәрбиә­ләнеүселәребеҙ был биләмәнең асылыуын түҙемһеҙләнеп көттө. Сағыу төҫтәргә буялып, тирә-яҡҡа йәм биреп ултырған “ҡаласыҡ”ҡа бөгөн ашҡынып килделәр, үҙҙәренең һәләттәрен дә күрһәттеләр.

Абҙаҡтар алдында тағы бер бурыс – майҙансыҡты кәртәләп алыу эше тора. Юҡһа мал-тыуарҙың ҡорамалдарҙы әләф-тәләф итеүе бар.
– Был эште атҡарып сығыу өсөн смета төҙөлгән, урындағы бюджеттан аҡса ла бүленәсәк, – тине Әҙип Ҡарамышев. – Көндәр һыуынғансы майҙансыҡты кәртәләтергә иҫәп тотабыҙ, ауыл халҡының да әүҙем ҡатнашасағына шик юҡ.

...Ә әлегә байрам дауам итте. Бер­ҙәм­­лектә бәрәкәт икәнен аңлаған, уның татлы емешен татыған абҙаҡтар балалар менән бергә үҙҙәре лә ихлас күңел асты.

Гүзәл МОРАТШИНА, күп балалы әсә:
– Ауылыбыҙҙа шундай матур майҙансыҡ асылғанына сикһеҙ шатмын. Бында кескәйҙәргә уйнау, ваҡытын файҙалы үткәреү өсөн бөтөн шарттар тыуҙырылған, хәүефһеҙлек саралары ла күҙәтелгән. Йәш быуынды хәстәрләгән һәр кемгә ҙур рәхмәт!

Ғаяз КӘЛИМУЛЛИН, физкультура уҡытыусыһы:
– Мәктәп стадионында спорт ҡорамал­дарының күбеһе иҫкергәйне. Майҙансыҡтың уҡыу йорто эргәһендә урынлашыуы бик ҡулай. Бында егермегә яҡын уйын һәм спорт ҡорамалы бар. Физкультура дәрестәрендә уҡыусыларға ныҡлы шөғөлләнеү мөмкинлеге асылды: минифутбол, баскетбол, волейбол, теннис уйнаясаҡбыҙ.


Вернуться назад