Ит бешмәһә, бит бешә...12.05.2012
Ит бешмәһә, бит бешә...Эх, тәбиғәт ҡосағында шул тиклем рәхәт! Быйыл яҙ бик иртә килде, бөгөндән 30 градусҡаса ҡыҙҙыра. Ошо күңелле, йылы мәлдәрҙе файҙаланып ҡалырға ашығайыҡ. Йәйге ялды шашлыҡһыҙ күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел. Бөгөн беҙ уны нисек эшләргә, нисек дөрөҫ итеп ут яғырға һәм башҡа файҙалы кәңәштәр бирмәксебеҙ. Эште усаҡ яғыуҙан башлайыҡ.

Ут менән һаҡ булығыҙ!

15 майға тиклем Башҡортостанда махсус режим билдәләнгән, был осорҙа урманда усаҡ яғыу һәм ҡаралты тирәһендә сүп-сар яндырыу тыйыла. Янғын һәм урман инспекторҙары көсәйтелгән тикшереүгә сығасаҡ, ә урмандар авиация ярҙамында күҙәтеп тороласаҡ. Ҡушылмаған урында ут яҡҡан өсөн ҙур штраф ҡаралған. Ябай кешегә тыйылған урында ут яҡҡан өсөн 2-4 мең һум, вәкәләтле кешеләргә — 15 меңдән 30 меңгәсә, ә юридик шәхестәр өсөн 400 меңдән 500 мең һумғаса штраф йәки эшмәкәрлеген 90 көнгә тиклем туҡтатып тороу янай. Әгәр һеҙ яндырған усаҡ арҡаһында ағас йәки урман янып китһә, һеҙгә ҡарата хатта енәйәт эше аса аласаҡтар. Шуға күрә үтә һаҡ булыу һәм тәбиғәтте һаҡлау тәүшарт.
Усаҡ яғырға ярамаған урындар:
— урманда, ылыҫлы йәш ағастар янында, зарарланған урман тирәһендә, торфлы һаҙлыҡ, урман ҡырҡҡан урындарҙа, ағас ҡырҡҡандан һуң таҙартылмаған майҙанда, кипкән үләнле ерҙә һәм ағас олоно аҫтында;
— ҡаралты һәм йорттар янында;
— ихатала (ҡала сигендә усаҡ яғыу тыйыла).
Тик күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Мөмкин булған урындар ҙа етерлек.
— һыу буйында;
Ит бешмәһә, бит бешә...— ҡаралтылар һәм йорттарҙан 50 метр алыҫлыҡта;
— ылыҫлы урман йәки яңғыҙ үҫеүсе ылыҫлы ағастарҙан 100 метр алыҫлыҡта;
— япраҡлы урман йәки айырым үҫеүсе япраҡлы ағастан 50 метр алыҫлыҡта мөмкин.
Закон менән рөхсәт ителгән урын тапҡандан һуң да иғтибарлығығыҙҙы юғалтмағыҙ. Үҙегеҙ менән усаҡты һүндереү әйберҙәре алырға онотмағыҙ. Улар ҡом, янғын һүндергес, һауытта һыу булыуы ихтимал. Усаҡ яҡҡан урын тирәләй ҙур булмаған соҡор ҡаҙығыҙ. Тупраҡтың минераль ҡатламын алырға кәрәк. Аҙаҡ, усаҡ урынын тулыһынса ер менән ҡаплағыҙ йәки һыу һибегеҙ. Бер ниндәй ҙә быҫҡып ятҡан ҡуҙ ҡалдырмағыҙ.
Ҡалала ут яғырға ярамай тигәйнек. Шулай ҙа дача участкаһында, баҡсала шашлыҡ бешереү өсөн махсус ҡулайлама — мангал, барбекю, гриль файҙаланып бешерергә мөмкин. Тик бында ла ҡағиҙәләрҙе иҫәптә тоторға һәм улар буйынса эшләргә кәрәк. Мангал торған урында кәм тигәндә бер янғын һүндергес булыуы мотлаҡ. Мангалдың сите менән иң яҡындағы ҡоролма араһындағы йыраҡлыҡ кәм тигәндә 7 метр булырға тейеш. Шулай уҡ мангалдағы ялҡындың бейеклеге 0,5 метрҙан ашмаһын. Утты елһеҙ көндә яғырға кәрәклеген дә аңлайһығыҙҙыр.

Шашлыҡ өсөн ит һайлайбыҙ

Ниһайәт, иң күңелле эшкә күсәбеҙ. Тик итте маринадларҙан алда уны дөрөҫ итеп сифатлыһын һайлап алырға кәрәк. Магазиндан, баҙарҙан ит һатып алғанда иғтибарлы булығыҙ:
— яңы һуйылған иттең төҫө алһыу-ҡыҙғылт булырға тейеш (ҡыҙыл түгел!);
— май ҡатламы аҡ төҫтәгеһен һайлағыҙ;
— ит йомшаҡ булһын, өҫкө ҡатламы ҡатып тормаһын;
— һарыҡ ите боҙола башлаған булһа, унда лайла сыға башлай. Сифатлы ит ике көн яҡшы булып ҡала, аҙаҡ боҙола.

Нисек әҙерләргә?
Һарыҡ итенән:

8-10 сантиметр ҙурлыҡтағы алты-һигеҙ ҡабырға алығыҙ. Ағып торған һыу аҫтына ҡуйығыҙ. Был артыҡ еҫтәрҙе бөтөрә һәм ҡанын сығара. Өлөшләп бүлегеҙ.
Маринад әҙерләйбеҙ: 1 килограмм ит өсөн 20 грамм диңгеҙ тоҙо, 10 грамм татлы паприка, 10 грамм розмарин. Хуш еҫле булһын өсөн ваҡланған һәм зәйтүн майы ҡушып буталған һарымһаҡ ҡушығыҙ. Әйткәндәй, һарыҡ итен маринадлау өсөн майонез йәки һеркә файҙаланыу кәңәш ителмәй. Сөнки улар иттең тәмен боҙа. Итте маринадта ике сәғәт тоторға һәм күмерҙә ҡурырға. Уны йылы килеш бешерелгән йәшелсә менән бирергә.

Классик шашлыҡ:

1 килограмм ит, 5-6 һуған, 1 ус йәшел һуған, ярты стакан 3 процентлы һеркә, 3-4 помидор, 4 аш ҡалағы ткемали соусы, бысаҡ осонда киптерелгән барбарис, 1 лимон, 20 грамм иретелгән һарыҡ майы, тоҙ, борос, йәшелсә. Шашлыҡ өсөн һарыҡтың артҡы ботон, бауырын, бөйөрөн, һыйырҙың һум ерен, сусҡа итен ҡулланырға була.
Итте ваҡ итеп турарға, һауытҡа һалырға, тоҙ, борос, йәшелсә, ваҡ итеп туралған һуған, һеркә, лимон һуты ҡушырға һәм бутарға. Һауытты ҡапҡас менән ябырға һәм 2-3 сәғәткә һалҡын урынға ҡуйырға.
Әҙер итте шампурға йәки тимер әйләндергескә һуған менән сиратлап теҙергә һәм мангалда ҡурырға. Мангал булмаған саҡта уны электрогрилдә йәки табала ла ҡурып алырға була.

Тауыҡтан шашлыҡ

Тауыҡты тигеҙ өлөштәргә бүлергә, туралған һуған өҫтәргә. Итте лимон кислотаһы иретмәһендә йәки 3 процентлы һеркәлә өс сәғәт самаһы маринадлағыҙ. Уны һалҡын урынға ҡуйырға онотмағыҙ. Аҙаҡ ялҡынһыҙ күмер өҫтөндә ҡурығыҙ, итте үҫемлек майы менән буяғыҙ һәм тороп ҡалған маринадты һибеп тороғоҙ.

Балыҡтан шашлыҡ

Иң тәмлеһе бикренән (осетр) килеп сыға. Уны әҙерләү өсөн балыҡ, ҡаймаҡ, һуған, петрушка, ткемали соусы, тәмләткестәр, тоҙ кәрәк. Һөйәкһеҙ һәм кимерсәкһеҙ балыҡты оҙонса нәҙек ике өлөшкә бүлергә, тоҙ, борос, тәмләткестәр ҡушырға, ҡаймаҡ менән буярға һәм күмер өҫтөндә ҡурырға. Әҙер балыҡты шампурҙан алып һауытҡа һалырға, һуған, йәшелсә менән биҙәргә, соус айырым бирелә.

Ҡош итенән шашлыҡ

Тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ йәки ҡыр ҡошон тулыһынса алығыҙ һәм яртылаш әҙер булғансы бешерегеҙ, эсенә тоҙ, борос, тәмләткестәр һөртөгөҙ һәм үҫемлек майы менән буяғыҙ. Ҡанаттары менән боттарын ныҡ итеп ҡушып бәйләгеҙ, тышына үҫемлек майы һәм тоҙ һөртөгөҙ. Ҡошто бер юлы ике шампурға кейҙерегеҙ, был әйләндереп тороу өсөн уңайлы буласаҡ. Ит бешкәнсе күмер өҫтөндә тотоғоҙ. Әҙер итте өлөштәргә бүлегеҙ, туралған һарымһаҡ һәм йәшелсә һибегеҙ, һуңынан ҡағыҙға урап ун минут тотоғоҙ. Был шашлыҡҡа иҫ китмәле еҫ һәм тәм бирәсәк. Эҫе итте соус менән бирергә.

Ит бешмәһә, бит бешә...Талпан барлығын да онотмайыҡ

Байрам, ял кәйефен ебәрмәү өсөн талпан кеүек ҡурҡыныстан да үҙегеҙҙе хәүефһеҙләндереп ҡуйыу зарур. Әлеге ваҡытта уларҙың кешегә ныҡлап һөжүм итә башлаған сағы. Белгестәр әйтеүенсә, көндәр йылы торғанлыҡтан, быйыл талпан сезоны ике аҙнаға алдараҡ башланды. Тәнегеҙгә ҡаҙалып торған талпанды күреп ҡалыу менән травпунктҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙегеҙ тартып алһағыҙ, уның бер осо тороп ҡалыуы ихтимал, ә был зарарлы. Өс көн эсендә әлеге талпанды Башҡортостан Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһына алып барыу кәрәк, бында бөжәкте тикшерәсәктәр. Был хеҙмәт 270 һум тора. Адресы: Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7, 103-сө кабинет. Унда иртәнге 9-ҙан 4-кә тиклем эшләйҙәр. Телефоны: (347) 237-58-40.
Әгәр һеҙҙе тешләгән талпан зарарлы булһа, ошо турала белешмә алығыҙ. Уның менән йәшәгән ерегеҙҙәге травпунктҡа мөрәжәғәт итегеҙ, һеҙгә түләүһеҙ укол яһарға тейештәр. Справкағыҙ булмай сыҡһа, үҙ иҫәбегеҙгә вакцинация үткәрергә тура киләсәк. Кешенең 10 килограмм ауырлығына 1 мг дарыу индереү кәрәк, ул 250 – 300 һум тора. Тимәк, 70 килограмлыҡ кешегә 7 мг препарат талап ителә, ул 1750 – 2100 һум торасаҡ.
Талпандың зарары шунда: ул тешләгәндән һуң кеше талпан энцефалиты йәки талпан боррелиозы вирусы менән зарарлана. Был сирҙәр тәү сиратта нервы системаһын ҡаҡшата. Сир талпан ҡаҙалғандан һуң 3 көндән 21 көнгәсә ваҡыт эсендә үҙе тураһында белдерә. Ауырыу температура күтәрелеү, мускулдар ауыртыуы менән башлана.
Талпан энцефалиты вирусынан һаҡланыуҙың иң һөҙөмтәле юлы — вакцина яһатыу. Ул курслап яһала, кеше өс прививка алырға тейеш. Шуға күрә уны көҙ йәки ҡыштан уҡ башлайҙар. Быйыл вакцина яһатыу өсөн һуң. Шуға күрә ни бары хәүефһеҙлек саралары күрергә генә ҡала.
Бына улар:
- тәбиғәткә сыҡҡанда аҡ, асыҡ төҫтәге кейем кейегеҙ, был бөжәкте тиҙ күрергә ярҙам итә;
- кейемдең еңе һәм муйыны тәнгә тығыҙ һылашып торорға тейеш, ә салбарҙы ойоҡбашҡа индереп ҡуйығыҙ;
- баш кейеме лә мотлаҡ булһын;
- урмандан, парктан ҡайтыу менән бер-берегеҙҙе ныҡлап тикшереп сығығыҙ.


Вернуться назад