Матурлыҡ үҙебеҙ өсөн кәрәк26.09.2018
Матурлыҡ үҙебеҙ өсөн кәрәкРеспубликала уңайлы ҡала мөхитен булдырыу программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның һөҙөмтәһендә ҡала һәм райондарҙа урамдар, йорт алдары, ихаталар, йәмәғәт урындары тәртипкә килтерелә. Был йәһәттән Белорет ҡалаһында хәлдәр нисек һуң?

Эш сәфәрен етәкселәр менән һөй­ләшеүҙән түгел, ҡала менән таны­шыуҙан башларға булдыҡ. Иң тәүҙә халыҡ менән осрашайыҡ, фекерҙәрен һорашайыҡ тигән ниәттән. Бер сы­ғышында район хакимиәте баш­лығы Владислав Миронов: “Элек гөрләп торған ҡала паркының хәле шәптән түгел, ошо проект эсендә беҙ уны төҙөкләндерергә теләйбеҙ. Ул бөгөн ҡала халҡы ялын файҙалы һәм күңелле үткәреү өсөн ашҡынып килгән урынға әүерелергә тейеш”, – тигәйне.

Әммә беҙгә ҡаланың бер яҡ осондағы был паркка навигатор күрһәткән юл буйынса тиҙ генә барып етергә насип булманы. Күп кенә урындарҙа юлдарҙы йүнәтеү эше барыу сәбәпле урап үтергә йә ҡаршы яҡтан килгән транспортты үткәреп ебәреү өсөн бер аҙ көтөп торорға тура килде. Уңайлы мөхит булдырыу өсөн ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар тыуҙырырға ла тура килә шул. Ниһайәт, Ленин урамына сығып парк­ка яҡынлаштыҡ тигәндә лә бер аҙ тотҡарландыҡ. Ремонт бара. Бына йөк машинаһы юлға асфальт бушатты. Шуны ғына көтөп торған егеттәр йәһәт кенә иҙмәне тарата ла башланы. Улар эшен теүәлләгәс, ҡеүәтле трактор юлды тигеҙләргә тотондо. Андрей Номадшинин юл ситенә бордюр теҙеү менән мәшғүл. Уңғандарҙы йәһәт кенә фотоға төшөрөп, тауҙар ҡосағындағы ҡаланың матурлығына һоҡлана-һоҡлана юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ.

Ағастарҙан алтын япраҡтар ергә һибелә. Төш мәле булһа ла, паркта халыҡ шаҡтай ине. Бер төркөм балалар тренерҙары менән күнекмәләр үткәрә. Әкрен генә атлап килгән инәй менән танышабыҙ. Ғүмер буйы ҡала металлургия комбинатында эшләп хаҡлы ялған сыҡҡан, күптән түгел 75 йәшен тултырған Тамара Шилова ине ул. Заманында конькиҙа шыуыу буйынса спортсы ла булған.

– Ошо паркты йүнәтеп шәп иттеләр әле, – тип һүҙ башланы ул. Элек ташландыҡ булғас, бында килеүе лә ҡурҡыныс ине. Эскеселәр, берәҙәктәр ояһына әйләнеп бара ине. Хәҙер матурланғас, ундай кешеләр юғалды. Кистәрен лампочкалар янып тора. Ба­лаларға ла рәхәт. Ана, күрә­һе­геҙме, кинәнеп велосипедта йөрөй­ҙәр. Фатирым яҡында ғына булғас, гел ошонда ял итергә сығам. Һауа шундай саф бында.

Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Поляков, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, бер үк ваҡытта “Уңайлы ҡала мөхите”, “Бәләкәй ҡалалар паркы” федераль проекттарында ҡатнашыуҙары хаҡында ихлас һөйләне.

— Был программала халыҡтың үҙенең әүҙем булыуы шарт, – тип һүҙ башланы ул. – Ихатала нимә эшләргә, ниндәй йәмәғәт биләмә­ләрен, урамдарҙы, парк һәм сквер­ҙарҙы төҙөкләндерергә икәнен үҙҙәре хәл итә. 2017 йылда башланған уңайлы ҡала мөхитен булдырыу эше быйыл да дауам итте. Быйыл был проектҡа урындағы инициати­валарҙы хуплау программаһы өҫтәл­де. Бығаса Өфө ҡалаһы биләмәһендә генә эшләй ине. Ул йорт алды ихаталарын төҙөкләндереүгә ҡайтып ҡала. Ике йыл эсендә ҡалала бығаса булмағанса йүнәтеү эше алып барылды, 20 процент самаһы ихаталар яңыртылды. Программа 2022 йылға тиклем дауам итә, эш киләсәктә лә ошо күләмдә барһа, һөҙөмтә ҡыуаныслы буласаҡ. Әлегә беҙ 75 йорт алды ихатаһын ипкә килтерҙек. Былар башлыса биш, туғыҙ ҡатлы йорттар.

Бының сере нимәлә һуң? Ҡала етәксеһе бындай йорттарҙа йәшәү­селәр әүҙемлеге менән айырылып тороуын, беренселәрҙән булып заявка биреүен, смета-докумен­тация­һын әҙерләүен билдәләне. Программа шарттары буйынса был хәстәрҙәр уларҙың иңендә ята. Ике йыл эсендә балалар өсөн ун уйын майҙансығы барлыҡҡа килгән. Был, әлбиттә, ҙур булмаған ҡала өсөн ҙур күләм.

Проекттың һөҙөмтәләре ҡыуаныс­лы: былтыр 41 йорт алды яңы ихаталы булһа, быйыл 34 өй тирәһе танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелгән. Бынан тыш, йәмәғәт урындары ла матурлана, төҙөкләнә.

– Беҙ ошо программаға ярашлы иҫтәлекле урындарҙы ла ипкә килтерәбеҙ, – тип һүҙен дауам итә Сергей Поляков. – Революционер В.К. Блюхер һәйкәле һәм эргә-тирәһе төҙөкләндерелә. Тарихҡа хөрмәт менән ҡарарға кәрәк.

Ленин урамындағы Үҙәк сквер, бығаса ташландыҡ хәлдә булмаһа ла, ремонттан һуң бөтөнләй икенсе төҫ алған. Эскәмйәләр, яңы плитәләр һалынған, сәскәләр ултыртылған, атай-әсәйҙәр балалары менән килә, рәхәтләнеп ял итә. Матур урын үҙе матурлыҡҡа саҡыра шул.





Вернуться назад