Пенсия өлкәһендәге ҡануниәткә үҙгәрештәр социаль ярҙам саралары менән тығыҙ бәйле. Элек был льготаларҙан пенсияға сыҡҡан 55 йәшлек ҡатын-ҡыҙ һәм 60 йәшлек ир-ат файҙаланды.
Белеүебеҙсә, Рәсәй Президенты В. Путин ил граждандарына мөрәжәғәт иткәндә, федераль пенсия льготаларын һаҡлау кәрәклеге тураһында белдереп, төбәктәрҙә лә ошо идеяны хуплауҙарына, үҙҙәрендә ҡаралған социаль ярҙам сараларын ҡалдырыуҙарына йөҙ тотҡайны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы законға сентябрь башында ҡул ҡуйҙы. Төҙәтмәләрҙе Башҡортостан Ҡоролтайы депутаттары хупланы.
Тимәк, 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙ һәм 60 йәштән өлкән ир-ат, пенсияға сығыу-сыҡмауға ҡарамаҫтан, төбәк льготаларынан файҙаланасаҡ.
Бында һүҙ социаль ярҙамдың бер нисә төрө тураһында бара, хеҙмәт ветерандарына торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса айлыҡ компенсация, оҙайлы хеҙмәт стажы булған ветерандарға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр, маҡтаулы исемдәре һәм айырыуса ҡаҙаныштары булған ветерандарҙың пенсияһына өҫтәмә түләүҙәр элеккесә биреләсәк. Закондың яңы редакцияһы йәш критерийҙарын һаҡлауҙы күҙ уңында тота. Ул 2019 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.