Рәсәй Дәүләт Думаһы пенсия алды йәшендәге граждандарҙы эшкә алмаған йә эштән ебәргән өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу тураһында закон ҡабул итте.
Яңы ҡанун буйынса, бындай башбаштаҡлыҡ өсөн 200 мең һумғаса штраф түләттереү ҡаралған. Шулай уҡ 360 сәғәткәсә мәжбүри эшкә йәлеп итеүҙәре бар. Хаҡһыҙ ғәмәл тип хеҙмәткәрҙең эшлекле һәм һөнәри сифаттарына, белеменә, тәжрибәһенә бәйле булмаған ҡарарҙар һанала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: пенсия алды йәше хаҡлы ялғаса булған биш йылды үҙ эсенә ала.