Йылмайып-көлөп кенә12.05.2012
Мәрфуға ҡарсыҡ ҡунаҡ көтә. Онотмаҫ өсөн аш-һыу бүлмәһенең ишегенә “Ҡәһүә бирергә онотмаҫҡа!” тигән яҙыу йәбештереп ҡуя. Ике әхирәте килеп өҫтәл артына ултырыша. Хужабикә ҡәһүә сығара. Эсәләр. Шунан Мәрфуға ҡарсыҡ аш бүлмәһенә сығып теге яҙыуҙы күрә лә тағы ҡәһүә сығара. Бер аҙҙан яҙыуҙы тағы күреп, тағы ҡәһүә ултырта. Шулай ете тапҡыр ҡабатлана.
Әбейҙәр ҡайтырға сыға. Шунда береһе икенсеһенә:
— Ниңә Мәрфуға беҙгә ҡәһүә эсерҙе лә эсерҙе икән?
Икенсеһе:
— Ә беҙ Мәрфуғала булдыҡмы ни әле? — тигән.
***
Йәш ҡатын ике яғынан да бөтөнләй йәмшәйгәнсе бәрелгән автомобилен эвакуаторҙа сервисҡа килтерә.
— Ирем белеп ҡалғансы йүнәтергә ине, тиҙ генә эшләп бирерһегеҙме?
— Әлбиттә! Бер ҡыйынлығы юҡ уның, аҡса ғына кәрәк. Алдан-арттан номерҙарын ғына алабыҙ ҙа уртаһына яңы машина ҡыҫтырабыҙ ҙа ҡуябыҙ!
***
Финанс көрсөгө мәлендә ике директор осраша.
— Хәлдәр нисек, эш барамы?
— Ниндәй барыу! Хеҙмәткәрҙәр эшкә йөрөй былай.
— Эш хаҡы түләйһеңме?
— Юҡ, ә һин?
— Мин дә түләмәйем, тик барыбер һәр көн киләләр.
— Әллә заводҡа инеүҙе түләүле итергәме икән?
***
Шаҡтай һалмыш дуҫынан бер ир һорай:
— Былай ҡайтып ингәс, ҡатыныңа ни тиерһең?
— Бисә, ҡайтып еттем, тип кенә әйтәм.
— Шул ғынамы?
— Эйе, унан ҡатын үҙе һөйләй башлай...
***
Тотонолған машиналар баҙарынан һатып алынған “яңы” автомобилде этеп ир менән ҡатын автосервисҡа китеп бара.
— Алдамай һатҡандар икән машинаны, — тип ҡуя ҡатыны, көскә-көскә тын алып.
— Нисек алдамағандар? — тип ярһый ире. — Бер көн йөрөйбөҙ — өс көн йүнәтәбеҙ.
— Бәй, машина яғыулыҡты аҙ сарыф итә, тигәйнеләр бит. Ә беҙ уны бензинһыҙ этәбеҙ.
***
Машина йөрөтөүенә бик маһайған ҡатын төпкөл ауылға туғандарын күрергә китеп бара. Ә унда монтерҙар электр сымын йүнәтеп йөрөй.
— Рулдә сибәр ханымдарҙы күргәндәре юҡтыр шул! — тип һөйләнә ҡатын. — Бағана башына уҡ менеп ҡарамаһалар.
***
Беренсе класта уҡыған Айгөлдән уҡытыусыһы:
— Айгөл, атайың йә әсәйең өйҙә дәрес әҙерләшергә ярҙам итәме? — тип һорай.
Айгөл:
— Ярҙамлашҡандары юҡ, эшләп кенә бирәләр, — ти.