Саф шишмә кеүек25.09.2018
Шундай кешеләр осрай: ҡарашы ла, һүҙе лә тынысландырып ебәргәндәй була. Һәр кемгә ихлас күңелдән сыҡҡан шифалы һүҙҙәр табып, кәйефен күтәрә белеүендә генә лә түгел икән хикмәт. Һүҙем “Юлдаш” радиоһы журналисы, бик күп тапшырыу авторы булараҡ күптән билдәле Венера Ситдиҡова тураһында. Ул – матур күңелле ихлас кеше һәм оҫта журналист! Сығышы менән йырҙарҙа йырланған, әҙәбиәттә данланған ҡеүәтле һәм моңло яҡтан – Бөрйәндән.

Һөйкөмлө, яғымлы, йор һүҙле, ихласлығы менән күңелдәрҙе арбаған изге йән менән студент саҡта таныштыҡ. Хәҙер байтаҡ йылдар инде ҡулға-ҡул тотоношоп эшләйбеҙ.

Бәләкәйҙән үк ҡул эшен дә ҡалдырмай, аш-һыу тирәһендә лә булыша, бесәнен дә саба, йәйге каникул мәлдәрендә әсәһе урынына йәйләүҙә һыйыр ҙа һауа, быҙау ҙа ҡарай. Мәктәпте тамамлаған йылда ялан кәртәһе менән ишек алдын бүлгән ҡоймаһын да алмаштырып ҡуя. Наҙланып, һайланып тормай – бар эште емертеп башҡара.

БДУ-ла уҡыған йылдары – йәшлегенең алтын сағы. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған талантлы, дәртле йәштәр менән бергә уҡый, төркөмдәштәренең күбеһе киң билдәле шәхестәр булып китә. Венера Фәнис ҡыҙы университеттың ижади мөхитендә ҡайнап йәшәй: кисәләрҙә ҡатнаша, республика гәзит­тәренә мәҡәләләр яҙа, радиоға тапшырыуҙар әҙерләй. Тырышыуы бушҡа китмәй: диплом алғас, радиоға эшкә саҡыралар. Йәш һәм егәрле журналистарҙан көслө коллектив туплап, яңы “Радио-2” каналын ойошторған саҡ була был. Радиоһөйләшеүҙәр, радиоуйындар, бигерәк тә байрам һәм ял көндәрендә барған программаларҙы ышанып тапшырыуҙары йәш журналистың булдыҡлылығы хаҡында һөйләй. Бишәр сәғәт тура эфирҙа эшләп, төнгө 12-лә генә тамамлап, иртәгәһенә йәнә иртәнге 9-ға килеп етеү өсөн, һис һүҙһеҙ, физик көс тә талап ителә.

Тәүге эш сәфәре. Ырымбурҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ янына юл ала Венера. Шулай башланып китә уның журналислыҡ эше һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты менән тығыҙ хеҙмәт­тәшлеге. Төп бурыстарынан тыш, ғилми тикшеренеүҙәр алып бара, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Йырлы-мәғлүмәтле йүнәлешкә ҡоролған тапшырыуҙары тәүге көндәрҙән үк радио тыңлаусылар тарафынан һөйөү яулай. Фәнни-ғәмәли йыйындар, конференциялар, ғалимдарҙың эшмәкәрлеге тураһында йыш мәғлүмәт бирә Венера Ситдиҡова. Туған тел, диалектология буйынса сит ил һәм төбәк белгестәре сығыштары юғары кимәлдә дауам ителә.

Беҙ төрлө райондарға экспедицияға йыш сығабыҙ. Мәҫәлән, ике йыл элек Учалыға барғанда Венера ла ҡатнашты. Ике тиҫтәнән ашыу ауылда булып, халыҡ менән аралаштыҡ. Райондағы төрлө ырыу башҡорттарының һөйләш үҙенсәлектәрен, аш-һыуын, легендаларын яҙып алдыҡ, боронғо ҡулъяҙмалар эҙләнек һ.б. Ғөмүмән, бик бай мәғлүмәт туп­ланды. Уларҙан Венера Ситдиҡова тәрән йөкмәткеле, фәһемле, файҙалы тапшырыуҙар әҙерләне. Ул был эште артабан тыуған яғы Бөрйәндә лә дауам иткән. Иҫке төрки яҙмаларын табып тәржемә иткән. “Эҙләгән таба”, – тип әйтергә ярата тәжрибәле журналист.

Һуңғы арала Саҡмағош, Баҡалы, Туймазы, Шаран яҡтарынан бай мәғлүмәт йыйып ҡайтты. Ҡыр-йылан, эске-йылан, ҡырғыҙ, йәлдәк, йәнәй ырыуы башҡорттары тураһында элек тә тапшырыуҙарында мәғлүмәт бирә торғайны. Тимәк, радио архивы тағы ла тулыланасаҡ.

Халыҡ хазиналарын халыҡҡа еткереү – ғәйәт ҙур хеҙмәт. Тәбиғәт ҡосағында үҫкән ихлас кеше генә башҡара алалыр уны.

Мин Венера Фәнис ҡыҙын саф шишмә менән сағыштырыуҙан туҡтамайым, сөнки уның күңеле шундай пак, телмәре эфирҙан сылтырап ағып тора. Тағы ниндәй яңылыҡ ишетермен, ҡайһы район кешеләренең тауышын тыңлармын, ниндәйерәк хәл-ваҡиға менән танышырмын, тип ашҡынып көтә уның тапшырыуҙарын халыҡ. Шишмә кеүек һәр саҡ юлын табып, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, гелән алға табан бара халыҡ һөйөүен яулаған журналист. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға күптән лайыҡ ул.


Вернуться назад