Ауырыһаң, үлән эс, тигән боронғолар. Һәр халыҡтың был йәһәттән йылдар һуҙымында һыналған дауалау серҙәре булған. Тәбиғәт беҙҙе шифалы үләненән дә, йәшелсә-емешенән дә өҙмәй —рәхмәтле булып, ҡуллан ғына. Сәс ҡойолоуҙан да тәбиғи дауалау мөмкинлектәрен – төрлө үлән төнәтмәләрен — ҡулланырға мөмкин. Уларҙың бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ.
Сәс ҡойолоуҙан һуғандан эшләнгән маска ярҙам итер. Бының өсөн уртаса ҙурлыҡтағы бер баш һуғанды ҡырғыс аша үткәреп, уға бер аш ҡалағы зәйтүн майы ҡушырға кәрәк. Иҙмәне баш тиреһенә һөртөп, 15 минут дауамында бармаҡтар менән еңелсә массаж яһап, башты полиэтилен менән ҡаплау талап ителә. Йылы һаҡланһын өсөн таҫтамал урап, ярты сәғәт тирәһе тоторға кәрәк. Аҙаҡ сәсте яҡшылап йыуабыҙ. Һуғандың ҡырҡыу еҫен бөтөрөү өсөн лимон һуты йәки аш һеркәһе һалынған һыу менән тағы ла берҙе сайҡатырға мөмкин. Лимон һутын бер юлы иҙмәгә өҫтәргә лә була.
Арыш оно ҡулланып әҙерләнгән маска сәстәрҙең нығыныуына булышлыҡ итә. Уның 50 грамына 100 миллилитр ҡайнар һыу һалып, биш минут ҡапҡаслы һауытта тоторға. Унан һуң 100 миллилитр зәйтүн майы, биш грамм ҡоро гәрсис, саҡ ҡына лимон һуты ҡушып, ныҡлап болғатырға кәрәк. Әҙер ҡушымтаны сәскә һөртөп, ярты сәғәт тирәһе йылытыусы ҡалпаҡ кейеп торабыҙ, унан ағын һыу аҫтында йыуабыҙ. Иҙмәне әҙерләү өсөн ебетелгән арыш икмәге лә ҡулланырға мөмкин.
Сәстең торошон яҡшыртыу һәм туҡландырыу өсөн әфлисун ҡабығы ла бик ҡулай. Бының өсөн ике-өс емештең тышын ҡайнаған һыуҙа өс сәғәт тоторға һәм баш йыуа торған һыуға өҫтәргә кәрәк буласаҡ.
Бер нисә йәшлек алоэның ике япрағын ваҡлап, һутын һығабыҙ, шуға уртаса яулыҡ ҙурлығындағы марляны тулыһынса манып, башҡа һалабыҙ һәм полиэтилен менән ҡаплайбыҙ. Һут күҙгә төшмәһен өсөн алдан хәстәрлек күреү кәрәк. Ярты сәғәттән һуң сәсте йылымыс һыу менән сайҡарға мөмкин.
Бер литр ҡайнар һыуға 100 грамм күләмендә алынған ылыҫлы ағастарҙың (шыршы, ҡарағай, аҡ шыршы) энәләренән әҙерләнгән төнәтмәне (иҙмә утта һыу һалынған һауытта 20 минут самаһы тотола) һөҙөргә һәм сәсте йыуыр алдынан әҙ-әҙләп 15 минут дауамында баш тиреһенә һөртөргә. Был ысул сәс ҡойолоуын туҡтатыу менән бергә яңыларының үҫеүенә лә булышлыҡ итәсәк.
Сәс ҡойолоуҙан төрлө майҙар ҡулланырға мөмкин. Тирегә кастор йәки дегәнәк майы һөртөп, бармаҡтар менән баш тиреһен еңелсә ышҡып, полиэтилен менән ҡаплайбыҙ. Ярты сәғәт тирәһе тотҡандан һуң сәсте йыуырға мөмкин.
Сәс матур һәм ҡуйы булып үҫһен өсөн бер нисә йомортҡа һарыһын туғып, шулай уҡ төбөнә яғырға була. Ярты сәғәт тотҡас, йылымыс һыу менән йыуып, бөтнөк үләне төнәтмәһе менән сайҡатырға кәңәш ителә.
Сәсте йыуғандан һуң даими кесерткән төнәтмәһе менән сайҡатыу ҙа уның торошон күпкә яҡшыртасаҡ.
Әлбиттә, был саралар билдәле ваҡытта һәм даими ҡулланғанда ғына үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк.